Үткән шәмбе ауыл биләмәләре һәм район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре араһында “Һаулыҡ” район спартакиадаһы үтте.
Балалар-үҫмерҙәр спорт залында үткән ярышты тантаналы асыу сараһында йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ғайса Янбаев, район хакимиәтенең йәштәр эштәре, спорт һәм бәлиғ булмағандар буйынса бүлеге начальнигы Илнур Сәйфуллин, баш судья, Күмертау педагогия колледжы уҡытыусыһы Дмитрий Пьянов сәләмләне.
Ярыш программаһына арҡан тартышыу, волейбол, дартс, армрестлинг, йөҙөү һәм пневматик винтовканан атыу инде.
Тәүге төрҙән - арҡан тартышыуҙан уҡ ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында ярыштар сәмле барҙы. Сығышҡа бөтәһе лә ныҡлы әҙерләнгән ине.Һөҙөмтәлә, ҡатын-ҡыҙҙар араһында тәүге урынды Күгәрсен ауыл биләмәһе алды. Чапаев – икенсе, район хакимиәте – өсөнсө. Ир-егеттәр араһында уңыш Заречьенан килгән көслө заттарҙа булды, Түбәнге Бикҡужа һәм Мораҡ биләмәләре икенсе-өсөнсө урындарҙы бүлеште.
Йөҙөү буйынса мәҡсүттәргә етеүселәр булманы, Азат Әбүбәкиров менән Динара Ваһапова эсафетаны тәүгеләрҙән булып йөҙөп үтте, “көмөш” – мораҡтарҙа, “баҡыр” – район хакимиәтендә.
Пневматик винтовканан атыуҙа Түбәнге Бикҡужа вәкилдәре – Йәмил Айҙарбәков менән Ләйсән Сөләймәнова иң күп мәрәй йыйҙы, уларҙан күгәрсендәр – Ғәзинур Маннанов менән Вәсимә Вәлитова, район хакимиәте – Руслан Әхмәров менән Гөлкәй Псәнчина әҙгә генә ҡалышты.
Армреслингта республика ярыштары еңеүселәре Любовь Яцук менән Ринат Тажетдинов Мораҡ ауыл биләмәһенә еңеү алып килде, Исем – икенсе, район хакимиәте өсөнсө урынды алды.
Өс спорт залында волейбол яратыусылар көс һынашты. Финалға иң көслөләр генә: район хакимиәте, Исем, Мораҡ, Теләүембәт, Заречье, Волостновка, Күгәрсен биләмәләре сыҡты. Әммә Мораҡ ауыл биләмәһе командаһына (Руслан Абдуллин, Илшат Әхтәмов, Рөстәм Булыга, Элмира Жувасина, Виктория Лаврикова, Дмитрий Майданов, Динис Фәизов, Сергей Шаев) етеүсе булманы. Волостновкалар икенсе булһа, район хакимиәте өсөнсө баҫҡыста урынлашты.
Ғайса Ғилметдин улы спорт байрамында ҡатнашыусыларға, ауыл биләмәләренә рәхмәттәрен әйтеп, еңеүселәргә Маҡтау грамоталары һәм миҙалдар тапшырҙы.