Мораҙым
+10 °С
Ясно
СПОРТ ҺӘМ ТУРИЗМ
13 Февраля 2021, 11:30

“Рәсәй саңғы юлы”дуҫтарын йыйҙы

Бөгөн район үҙәгенең һабантуй яланы ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтте – “Рәсәй саңғы юлы-2021” Бөтә Рәсәй саңғы уҙышы сиктәрендә район хакимиәте башлығы призына саңғы ярышы үтте. Әйткәндәй, “Рәсәй саңғы юлы” илдә 1982 йылдан алып үткәрелә һәм унда ҡатнашыусылар һаны йылдан - йыл арта бара. Күптәр өсөн физкультура һәм спорт менән даими шөғөлләнеү йәшәү рәүешенә, ә сарала ҡатнашыу иһә яҡшы традицияға әйләнгән.Башҡа йылдарҙан айырмалы, быйыл һауа торошо ла ҡыуандырҙы, сағыу ҡояш нурҙарына күмелгән көн йылы, трасса йөрөү өсөн яҡшы булды. Күгәрсендәрҙең сәләмәт тормош яҡлы икәнлеген шунан да күрергә була: саңғыға баҫҡандар араһында ойошмалар, предприятиелар, учреждениелар, ауыл биләмәләре вәкилдәре араһында хатта бәләкәс кенә балалар ҙа, өлкәндәр ҙә күп ине. Спортсыларҙы район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, йәштәр эштәре, спорт һәм бәлиғ булмағандар бүлеге начальнигы Илнур Сәйфуллин тәбрикләне. Ә инде һәр ерҙә әүҙемлек күрһәткән район мәҙәниәт һарайы артистарының дәртле йырҙары былай ҙа юғары кәйефтәрҙе тағы ла нығыраҡ күтәрҙе. Саңғысыларҙың күплеген иҫәпкә алып, ярыш йәш буйынса бер нисә категорияға бүлеп үткәрелде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бөгөн район үҙәгенең һабантуй яланы ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтте – “Рәсәй саңғы юлы-2021” Бөтә Рәсәй саңғы уҙышы сиктәрендә район хакимиәте башлығы призына саңғы ярышы үтте.
Әйткәндәй, “Рәсәй саңғы юлы” илдә 1982 йылдан алып үткәрелә һәм унда ҡатнашыусылар һаны йылдан - йыл арта бара. Күптәр өсөн физкультура һәм спорт менән даими шөғөлләнеү йәшәү рәүешенә, ә сарала ҡатнашыу иһә яҡшы традицияға әйләнгән.
Башҡа йылдарҙан айырмалы, быйыл һауа торошо ла ҡыуандырҙы, сағыу ҡояш нурҙарына күмелгән көн йылы, трасса йөрөү өсөн яҡшы булды. Күгәрсендәрҙең сәләмәт тормош яҡлы икәнлеген шунан да күрергә була: саңғыға баҫҡандар араһында ойошмалар, предприятиелар, учреждениелар, ауыл биләмәләре вәкилдәре араһында хатта бәләкәс кенә балалар ҙа, өлкәндәр ҙә күп ине. Спортсыларҙы район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, йәштәр эштәре, спорт һәм бәлиғ булмағандар бүлеге начальнигы Илнур Сәйфуллин тәбрикләне. Ә инде һәр ерҙә әүҙемлек күрһәткән район мәҙәниәт һарайы артистарының дәртле йырҙары былай ҙа юғары кәйефтәрҙе тағы ла нығыраҡ күтәрҙе.
Саңғысыларҙың күплеген иҫәпкә алып, ярыш йәш буйынса бер нисә категорияға бүлеп үткәрелде.
Читайте нас