Мораҙым
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
12 Октябрь 2021, 14:00

Башҡортостан Башлығы яңы тәғәйенләнештәр тураһында хәбәр итте

БР Хөкүмәтендә бөгөн үткән оператив кәңәшмәлә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров республика етәкселегендә яңы тәғәйенләнештәр тураһында хәбәр итте.

Башҡортостан Башлығы яңы тәғәйенләнештәр тураһында хәбәр итте
Башҡортостан Башлығы яңы тәғәйенләнештәр тураһында хәбәр итте

БР Башлығының 2021 йылдың 12 октябрендәге ҡарарына ярашлы, Урал Килсенбаев БР Башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары ителде. Быға хәтле 2019 йылдан ул етәксе урынбаҫары ине. Артабан Радий Хәбиров Ауырғазы, Бүздәк райондары һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы башлыҡтарын тәғәйенләү тураһында ишеттерҙе.

Ауырғазы районында хакимиәт башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыу Арыҫлан Шаһретдиновҡа йөкмәтелгән. Быға тиклем ул Башҡортостан Башлығы идаралығында муниципаль берләшмәләр менән мөнәсәбәт буйынса кәңәшсе булып эшләгән.

Бүздәк районында муниципалитет менән ваҡытлыса идара итеү хоҡуғы Илнур Игдиевҡа бирелгән. Ул бығаса Асҡын районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары булған.

Стәрлетамаҡта хакимиәт башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Ғәзизов ителгән. Элек ул Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары булған.

Автор:
Читайте нас: