Мораҙым
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
24 Март 2021, 16:55

Радий Хәбиров: Һуғыш балаларына махсус статус биреү ғәҙел булыр

Бала сағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килгән балалар махсус статус алһа, ғәҙел булыр ине, тип иҫәпләй Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Башҡортостанда 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуған 189 мең 155 кеше йәшәй. Уларҙың 93% төрлө нигеҙҙә социаль ярҙам саралары менән файҙалана. Ә 13 мең 240 кеше льготалы категорияларҙың береһенә лә ҡарамай, уларға социаль ярҙам күрһәтелмәй.Республика етәксеһе «Берҙәм Рәсәй»ҙең партактивы семинарында был хәлде төҙәтергә вәғәҙә бирҙе һәм партия ағзаларына закон проекты өҫтөндәге эште әүҙемләштерергә ҡушты.

Бала сағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килгән балалар махсус статус алһа, ғәҙел булыр ине, тип иҫәпләй Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Башҡортостанда 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуған 189 мең 155 кеше йәшәй. Уларҙың 93% төрлө нигеҙҙә социаль ярҙам саралары менән файҙалана. Ә 13 мең 240 кеше льготалы категорияларҙың береһенә лә ҡарамай, уларға социаль ярҙам күрһәтелмәй.
Республика етәксеһе «Берҙәм Рәсәй»ҙең партактивы семинарында был хәлде төҙәтергә вәғәҙә бирҙе һәм партия ағзаларына закон проекты өҫтөндәге эште әүҙемләштерергә ҡушты.
«Һуғыш балаларының бала сағы булмаған тиерлек, улар ил менән бергә ауыр һынауҙар кисергән. Ә һуңынан уны аяҡҡа баҫтырған. Уларҙың алдында түбәнселек менән баш эйәбеҙ! «Башҡортостан Республикаһында һуғыш балалары тураһында» закон 2021 йылдың майынан көсөнә инергә тейеш. Ә беҙ бюджеттың килеме артыуына ҡарап ярҙам күләмен арттырырбыҙ», — тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Закон проектында 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклемге осорҙа тыуғандарға «Һуғыш балалары» тигән статус бирергә, медицина ярҙамын алыуға өҫтөнлөклө хоҡуҡ, стационар социаль хеҙмәтләндереү ойошмаларына сираттан тыш юллама тапшырыу, шулай уҡ бер тапҡыр бирелә торған түләү алыу йәһәтенән социаль ярҙам сараларын билдәләргә тәҡдим ителә.
Фото: Ксения Калинина
Читайте нас: