Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
15 Июль 2021, 11:20

Бюджет үтәлеше ҡаралды

Быйыл 23 июндә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында “2020 йылда Башҡортостан Республикаһы бюджеты үтәлеше” закон проекты ҡаралды. Закон проекты республика парламентының ошо йүнәлештәге комитеты ултырышында тикшерелгәйне. Шулай уҡ 2021 йылдың 10 июненән 16 июненә тиклем БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тарафынан закон проектын йәмәғәт тикшереүе уҙғарылды. Закон проекты түбәндәгеләрҙән ғибәрәт. 2020 йылда бюджет үтәлеше коронавирус киҙеүе пандемияһы таралған шарттарҙа бойомға ашырылды һәм, шул сәбәпле, сир эҙемтәләрен бөтөрөү саралары күрергә, халыҡҡа һәм иҡтисадтың айырыуса зыян күргән тармаҡтарына ярҙам күрһәтергә кәрәк булды. Дауамы - сайтта

Быйыл 23 июндә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында “2020 йылда Башҡортостан Республикаһы бюджеты үтәлеше” закон проекты ҡаралды. Закон проекты республика парламентының ошо йүнәлештәге комитеты ултырышында тикшерелгәйне.
Шулай уҡ 2021 йылдың 10 июненән 16 июненә тиклем БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тарафынан закон проектын йәмәғәт тикшереүе уҙғарылды.
Закон проекты түбәндәгеләрҙән ғибәрәт.
2020 йылда бюджет үтәлеше коронавирус киҙеүе пандемияһы таралған шарттарҙа бойомға ашырылды һәм, шул сәбәпле, сир эҙемтәләрен бөтөрөү саралары күрергә, халыҡҡа һәм иҡтисадтың айырыуса зыян күргән тармаҡтарына ярҙам күрһәтергә кәрәк булды.

Дөйөм иҡтисади хәлдең, шул иҫәптән яңы коронавирус киҙеүе таралыу сәбәпле, насарайыуы Башҡортостан Республикаһы бюджеты керемдәренә кире йоғонто яһаны.
Республика бюджетына 2020 йылда 219,9 миллиард һум күләмендә килем керҙе. Шуларҙан һалым һәм һалым булмаған килемдәр 123,3 млрд һум, 2019 йылдағы кимәлдән 16,1 процентҡа кәмерәк, тәшкил итте.
Һалым һәм һалым булмаған килемдәрҙең төп сығанаҡтары араһынан: физик шәхестәрҙең килемдәренә һалым – 18,7 %, ойошмаларҙың табышына һалым – 14,8 %, акциздар – 9,7 %, мөлкәткә һалым – 6,2 %, дәүләт милкендә булған мөлкәтте файҙаланыуҙан килемдәр 3,4 % тәшкил итте.
Шул уҡ ваҡытта кире ҡайтарылмай торған керемдәр, 2019 йыл менән сағыштырғанда, 45,2 млрд һумға, йәки 1,9 тапҡырға күбәйеп, 96,7 млрд һум тәшкил итте. Керемдәр нигеҙҙә яңы коронавирус киҙеүе таралыу эҙемтәләрен иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса сараларҙы финанс менән тәьмин итеү иҫәбенә артты. Һиҙелерлек финанс ярҙамы социаль өлкәләге булыуы ихтимал кире күренештәрҙе тотҡарларға, һаулыҡ һаҡлауға кәрәкле аҡсаны йүнәлтергә, милли проекттарҙы бергәләп финанслау күләмен һәм уларҙы бойомға ашырыу темпын һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирҙе.
Республика бюдждетының сығымдар өлөшө 259,4 млрд һум күләмендә, 44,2 млрд һум үҫеш менән, үтәлде.
Коронавирус киҙеүе таралған шарттарҙа 2020 йылда социаль йөкләмәләрҙе үтәү дауам итте. Социаль ихтыяждарға сығымдар 192 млдр һум, йәки 74 % булды. Уларҙан социаль сәйәсәткә 66,8 млрд һум (25,8 %), мәғарифҡа – 56,2 млрд һум (21,7 %), һаулыҡ һаҡлауға – 42,7 млрд һум (16,5 %), мәҙәниәт, кинематографияға – 7,2 млрд һум (2,7%), физик культура һәм спортҡа – 2,6 млрд һум (1,0%), киң мәғлүмәт сараларына – 0,9 млрд һум (0,3 %), тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға 0,8 млрд һум (0,3%) йүнәлтелде. Иҡтисадтың реаль секторын үҫтереүгә сығымдар 43,9 млрд һум (16,9%), муниципаль берәмектәрҙең бюджетына дөйөм характерҙағы бюджет-ара трансферттар биреү – 12,8 млрд һум (4,9%), милли оборона, милли хәүефһеҙлек һәм хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлегенә – 2 млрд һум (0,8%), бүтән төр сығымдар 8,7 млрд һум (3,4%) тәшкил итте.
Макроиҡтисади күрһәткестәр насарая барған шарттарҙа коронавирус киҙеүе һәм пандемия эҙемтәләре менән көрәшкә, иҡтисадты тотороҡло үҫтереүҙе тәьмин итеүгә сығымдар 32,8 млрд һум булды. Аҡсаларҙың төп күләме һаулыҡ һаҡлауға һәм социаль сәйәсәткә йүнәлтелде. Иң ҡыҫҡа ваҡыт эсендә койкалар фондының йүнәлеше үҙгәртелеп, киңәйтелде, кәрәк булған ҡорамалдар, дарыуҙар һатып алынды, медиктарҙың эше өсөн шарттар тәьмин ителде. COVID-19 менән ауырығандарға ярҙам күрһәтеүсе медицина һәм социаль хеҙмәткәрҙәргә түләүҙәр бирелде.
Республиканың дәүләт бурысы 21 млрд һум тәшкил итте. Республиканың кредит көсөргәнеше түбән хәүефле кимәлдә һаҡлана.
“Moody's Investor’s Servise” һәм “Fitch Ratings Inc” халыҡ-ара кредит рейтингы агентлыҡтары тарафынан республиканың кредит рейтингылары 2019 йыл кимәлендә раҫланды (“ Ba 1” һәм “BBB”, күҙаллау – “Тотороҡло”). Бер үк ваҡытта “Эксперт РА” кредит рейтингыһы агентлығы тарафынан “Негатив” күҙаллауы “Тотороҡло”ға үҙгәртелде.
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас: