Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ноябрь 2021, 09:25

Юл сығымдарын ҡайтаралар

Быйыл программала 2020 йылдың 1 декабренән һуң экспортҡа тауар оҙатҡан һәм республика биләмәһендә урынлашҡан бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары ҡатнаша ала. Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы республика экспортсыларынан етештерелгән тауарҙы ташыуға, шул иҫәптән экспортҡа пилот партияларын, шулай уҡ тауарҙарҙы сығарыуға бәйле сығымдарҙың бер өлөшөн ҡайтарыу буйынса республика бюджетынан субсидияға ғаризалар ҡабул итә башлай. – Экспортҡа сығыуға ҡағылышлы, шул иҫәптән экспортсыларҙың тауар ташыуға бәйле сығымдарын ҡаплауға республика бюджетынан субсидия биреү кеүек һорауҙарҙы ентекле эшкәртеү мөһим. Был мәсьәләлә ваҡлыҡтар юҡ, ярҙам һәм консультация сараларының һәр береһе һөҙөмтәле булырға тейеш, – тине Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. Экспорт эшҡыуарлығына ярҙамдың был механизмы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты һәм “Башҡортостан Республикаһында экспортты үҫтереү” төбәк проекты сиктәрендә өсөнсө йыл рәттән уҙғарыла. Программа Башҡортостан иҡтисадының тотороҡлолоғон үҫтереү буйынса тәү сираттағы саралар исемлегенә инде. Р.Мусина. #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Юл сығымдарын ҡайтаралар
Юл сығымдарын ҡайтаралар

Быйыл программала 2020 йылдың 1 декабренән һуң экспортҡа тауар оҙатҡан һәм республика биләмәһендә урынлашҡан бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары ҡатнаша ала.

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы республика экспортсыларынан етештерелгән тауарҙы ташыуға, шул иҫәптән экспортҡа пилот партияларын, шулай уҡ тауарҙарҙы сығарыуға бәйле сығымдарҙың бер өлөшөн ҡайтарыу буйынса республика бюджетынан субсидияға ғаризалар ҡабул итә башлай.

– Экспортҡа сығыуға ҡағылышлы, шул иҫәптән экспортсыларҙың тауар ташыуға бәйле сығымдарын ҡаплауға республика бюджетынан субсидия биреү кеүек һорауҙарҙы ентекле эшкәртеү мөһим. Был мәсьәләлә ваҡлыҡтар юҡ, ярҙам һәм консультация сараларының һәр береһе һөҙөмтәле булырға тейеш, – тине Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Экспорт эшҡыуарлығына ярҙамдың был механизмы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты һәм “Башҡортостан Республикаһында экспортты үҫтереү” төбәк проекты сиктәрендә өсөнсө йыл рәттән уҙғарыла. Программа Башҡортостан иҡтисадының тотороҡлолоғон үҫтереү буйынса тәү сираттағы саралар исемлегенә инде.

Р.Мусина.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас: