Мораҙым
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
18 Сентябрь 2021, 08:00

Балаҡатай дауаханаһы яңыра

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Балаҡатай үҙәк район дауаханаһы заманса флюорография комплексы алды. Яңы ҡорамалды эшкә ҡуштылар ҙа инде.

Балаҡатай дауаханаһы яңыра
Балаҡатай дауаханаһы яңыра

Йыл башынан алып республиканың медицина ойошмаларына 17 флюорография комплексы ҡуйылды. “Яңы ҡорамал юғары сифатлы һүрәттәр бирә, пациенттарға нурланыш тәьҫире элеккегә ҡарағанда ун тапҡырға кәм,– ти Һаулыҡ һаҡлау министрлығының бүлек начальнигы Роза Яхина.–Ҡорамал даими хеҙмәтләндереү талап итмәй, сәғәтенә 60-ҡа яҡын кешене үткәрә ала.”

Министрлыҡта әйтеүҙәренсә, әле медицина ойошмаларының матди-техник базаһын  яңыртыу бара. “Беҙ  сирҙәрҙе иртә асыҡлау өсөн дауалау учреждениеларын диагностика ҡорамалдары менән тәьмин итеү буйынса ҙур аҙымдар яһайбыҙ.Табиптар ҙа уңайлы шарттарҙа эшләйәсәк,”– ти  Роза Яхина.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновациялы медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм  дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

 Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге эвеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Яңылыҡ сығанағы: «Башҡортостан»

Автор:
Читайте нас: