Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
17 Сентябрь 2021, 08:00

Салауат ҡала дауаханаһы 84 миллион һумлыҡ томограф алды

Яңы ҡорамал “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкология сирҙәре менән көрәш” федераль программаһына ярашлы һатып алынды. Быйыл онкология сирҙәренә дусар пациенттарҙы дауалаусы медицина ойошмаларын йыһазландырыуға 452 миллион һум  аҡса йүнәлтелгән.

Салауат ҡала дауаханаһы 84 миллион һумлыҡ томограф алды
Салауат ҡала дауаханаһы 84 миллион һумлыҡ томограф алды

Компьютер томографы үпкә, ҡан тамырҙары, эндокрин һәм нервы системалары сирҙәрен диагностикаларға ярҙам итә. “Яңы ҡорамалдың функциялары киңәйтелгән, сканлау тиҙлеге юғары. Унда ҡуйылған программа табиптарға диагностиканың яңы ысулдарын һәм методикаларын үҙләштерергә, тимәк, пациенттарҙы яҡшыраҡ дауаларға булышасаҡ,” – ти дауахананың баш табибы Илшат Яппаров.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Яңылыҡ сығанағы: «Башҡортостан»

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:
Читайте нас: