Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
17 Сентябрь 2021, 08:00

Алты миллион һумлыҡ грант оттолар

Ҡырым Республикаһында үҙ эшен илдең төп ижади майҙансығы – “Таврида. АРТ” фестивале үтте. 

Алты миллион һумлыҡ грант оттолар
Алты миллион һумлыҡ грант оттолар

Быйыл “Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлек” федераль проекты сиктәрендә “Таврида.АРТ” саралары илдең төрлө төбәктәренән биш меңдән ашыу ҡатнашыусыны берләштерҙе. Ижади йәштәр араһында артистар, рәссамдар, сценаристар, режиссерҙар – кино индустрияһы һәм масс-медия тармағы менән бәйле кешеләр булды. Быйыл ижади һөнәрҙәр вәкилдәре менән бергә фестивалдә “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһы финалсылары, “Ҙур тәнәфес” проекты һәм Дәүләт идаралығының Юғары мәктәбе кадрҙар резервы программаһын тамамлаусылар ҙа ҡатнашты.

Фестиваль программаһы бик бай булды, унда күп һанлы ижади майҙансыҡтар, воркшоптар эшләне, эксперттар менән осрашыуҙар һәм Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсы булды.

Үҙ идеяларын үҫтереү өсөн Башҡортостандан 8 проект 6035000 һумлыҡ грант отто. Бына еңеүселәр:

  1. Хәкимова Линара – "Башҡортостандың йәш ирекмәндәре” “Стратегик программа” проекты - 900 000 һум.
  2. Хәмиҙуллин Батырхан - “Милләттәр байлығы” проекты - 320 000 һум.
  3. Хәбиров Руслан - "БДМУ-ның Симфоник медицина оркестры” проекты - 1 200 000 һум.
  4. Иҫәнгилдин Вилдан -”Аҡмулла эҙҙәре буйлап” мультимедиялы блог-туры” проекты – 1 100 000 һум.
  5. Мидатов Нургиз – “ИЗОТОП” химик акселерация программаһы” – 400 000 һум.
  6. Фәтҡуллин Эмир - “Ҡарлы туп” төбәк-ара спорт-белем биреү фестивале” проекты – 1 400 000 һум.
  7. Нуриева Айгөл – “Торопыжки 3.0” проекты - 265 000 һум.
  8. Ғәлимова Әлиә – “О, ҡатын-ҡыҙ” ижади марафоны” проекты - 450 000 һум.

Барлығы конкурс сиктәрендә грант аҡсаһын биреү өсөн 42360000 һумлыҡ 67 проект тәҡдим ителгәйне.

Билдәле булыуынса, "Мәғариф" милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указдары ярҙамында тормошҡа ашырыла. Проекттың маҡсаттары араһында ижади йәштәргә ярҙам итеү бүлеге лә бар. 

Яңылыҡ сығанағы: «Башҡортостан» 

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;

#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Автор:
Читайте нас: