Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
11 Сентябрь , 08:00

“Рәсәй һыуы” экологик акцияһы үтте

Өфөлә “Экология” милли проектының “Уникаль һыу объекттарын һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә “Рәсәй һыуы” экологик акцияһы үтте.

“Рәсәй һыуы” экологик акцияһы үтте

Республиканың иң ҙур предприятиеларының береһе – “Газпром энерго” ойошмаһының Урал яны филиалы хеҙмәткәрҙәре өмәгә сыҡты, тип хәбәр итә БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Улар Урмансылар исемендәге паркка инеү урыны янында Новиков быуаһы буйын таҙартты. Парк – ҡала кешеләренең яратҡан урыны. Быуала төрлө балыҡтар үрсей, йыл әйләнәһенә өйрәктәр йәшәй.

– Һуңғы йылдарҙа экологик белем биреү өлкәһендә эштәр күп алып барыла. Күптәр тәбиғәтте һаҡлауға, таҙартыуға үҙ өлөшөн индерергә теләк белдерә, – ти Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Ренара Ғәзина.

Фото – БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;

#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Автор: