Мораҙым
+15 °С
Облачно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
28 Августа 2021, 03:00

"Демография" милли проекты ярҙам итте

Үҙәк район дауаханаһы янында һәм Фёдоровка районының башҡа ауылдарында "Демография" милли проекты "Оло быуын" федераль проекты тип яҙылған махсус автомобилде күрергә мөмкин. Күмертау ҡалаһы бүлеп биргән был автомобиль 65 йәштән өлкән йәштәге кешеләрҙе тикшереүгә йәки берәй белгескә алып барыу өсөн тәғәйенләнгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
"Демография" милли проекты ярҙам итте"Демография" милли проекты ярҙам итте
"Демография" милли проекты ярҙам итте

Оло йәштәге кешеләр араһында сәләмәтлеге арҡаһында дауаханаға бара алмаған һәм тикшереү үтә алмағандар бар. Ауылдарҙағы фельдшерҙар үҙҙәренең ҡарамағындағыларҙы белә, йәки туғандары, күршеләре әйтеп тә тикшереүгә мохтаждарҙың исемлеге төҙөлә.

Автомобиль беҙҙең районға һәр кесаҙна ауылдарҙың береһенә килә. Ул әҙ хәрәкәтле граждандар, коляскалағы инвалидтар өсөн махсус йыһазландырылған. Юлда һәм  тикшереү үткәндә Күмертау ҡалаһының социаль хеҙмәткәре һәм ауыл фельдшеры оҙатып йөрөй. Кисә, 26 августа, Кузьминовка ауылы кешеләре тикшереү үткән.

Бындай хеҙмәт районыбыҙҙа күптән эшләй башлай, ләкин пандемия арҡаһында туҡтатылып тора, ә был йылдың март айында ҡабаттан тергеҙелә.

Яңылыҡ сығанағы: «Ашҡаҙар таңдары»

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;

#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

 

Автор:
Читайте нас