

Фатирҙар тулыһынса эшләнгән, ремонт үткәрелгән, сантехника, газ плитәһе, йылытыу ҡороолмаһы, пластик тәҙрәләр ҡуйылған, тип хәбәр итә Балтас районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлгән йорттан фатир асҡысын тапшырыу тантанаһында йәш ғаиләләргә бүләктәр ҙә тапшырылды.
Яңы өй туйлаусылар төҙөүселәргә, район етәкселәренә бик рәхмәтле булыуын белдерҙе.
“Йортобоҙ 1974 йылда төҙөлгән ине. Бөгөн беҙҙең ҡулда – иркен фатирҙың асҡысы. Барыһы өсөн дә рәхмәт һеҙгә!” – ти Ирек Кәшфиев.
Фото – Балтас районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Яңылыҡ сығанағы: «Башҡортостан ҡыҙы»