Мораҙым
+14 °С
Облачно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
4 Августа 2021, 03:00

Дәүләт ярҙамын тағы 50 кеше аласаҡ

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, быйыл республикабыҙҙа "Ауыл табибы" һәм "Ауыл фельдшеры" программалары буйынса аҡсалата дәүләт ярҙамын тағы 50 кеше аласаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Дәүләт ярҙамын тағы 50 кеше аласаҡДәүләт ярҙамын тағы 50 кеше аласаҡ
Дәүләт ярҙамын тағы 50 кеше аласаҡ

Шул иҫәптән "Ауыл табибы" программаһына ярашлы 12 кешегә 8,5 миллион һум түләнергә тейеш: үҙәк менән бәйләнештән йыраҡ һәм юлы насар булған биләмәләрҙәге ҡала тибындағы ауыл тораҡ пункттарына эшкә барған фельдшерҙарға, шулай уҡ акушерҙарға, фельдшер һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттары шәфҡәт туташтарына – 10 кешегә 750-шәр мең һум; халҡы һаны 50 меңгә тулмаған ауыл тораҡ пункттарына фельдшер булып килеп урынлашҡандарға – ике кешегә 500-әр мең һум.

"Ауыл фельдшеры" программаһы буйынса 500-әр мең һумлыҡ ярҙамды иһә 38 кешегә бирәсәктәр.

Дәүләт етәкселеге тарафынан күрелгән был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;

#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

Яңылыҡ сығанағы: «Башҡортостан»

Автор:
Читайте нас