Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
23 Июль 2021, 08:00

Учалыла яңы мәктәп төҙөлә

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Мәғариф” милли проектының “Заман мәктәбе” төбәк проектына ярашлы Учалыла 1225 урынға иҫәпләнгән мәктәп төҙөлә башланы. Яңы учреждение ҡала мәктәптәрендәге уҡытыу процесын бер сменаға күсереүгә мөмкинлек бирәсәк.

Мәктәптең майҙаны 18 мең квадрат метр тәшкил итәсәк. Дүрт ҡатлы бинала спорт залы, иркен ашхана, тантаналар залы, кабинеттар, киң коридорҙар буласаҡ. Башланғыс кластар өсөн уйын зоналары менән айырым блок ҡаралған. Бинаға ингән урында мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн пандустар хәстәрләнәсәк, ә эстә ике лифт буласаҡ.

Мәктәп биләмәһендә ете уйын майҙансығы, баскетбол, волейбол һәм гимнастика өсөн хәүефһеҙ япмалы, шулай уҡ йүгереү өсөн универсаль майҙансыҡтар ҡаралған. Проектҡа ярашлы тантаналы саралар һәм ял урындары ла булдырыласаҡ.

Төҙөлөш-монтаж эштәре 2022 йылда тамамланасаҡ, тип күҙаллана.

Фото: Учалы районы мәғариф бүлеге сайтынан.

Яңылыҡ сығанағы: «Башҡортостан»

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;

#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Автор:
Читайте нас: