Мораҙым
+13 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
19 Июль 2021, 08:00

Йәштәрҙе этномәҙәниәт фестивале көтә

Заявканы 19 июлгә тиклем ебәрергә мөмкин. 

Йәштәрҙе этномәҙәниәт фестивале көтә
Йәштәрҙе этномәҙәниәт фестивале көтә

Заявканы 19 июлгә тиклем ошо һылтанма буйынса ебәрергә мөмкин: https://forms.gle/EqDUQPE5pDhG9xPeA.

Быйыл 4-5 сентябрҙә Удмурт Республикаһының Ижевск ҡалаһында “Таңғыра” III төбәк-ара йәштәр этномәҙәниәт фестивале үтә. Ойоштороусылар унда Рәсәйҙең төрлө халыҡтары телдәрендә фолк-рок башҡарыусыларҙы ҡатнашырға саҡыра.

Концерттан тыш, программала этник кинолар, этномаркет күрһәтеү ҡаралған.

Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы сайтында белдереүҙәренсә, был фестиваль тәүге тапҡыр 2019 йылда үткәрелгән, сәнғәттең төрлө жанрҙарын киң майҙанда туплауы менән билдәле. Сарала илдең ете төбәгенән 13 музыкаль проект тамашасы хөкөмөнә сығарылған.

2020 йылда фестиваль DRIVE-IN форматында ойошторолған: тамашасылар сараға килеп, артистарҙың сығыштарын үҙ автомобилдәрендә ултырып ҡараған.

Удмурттар аңлатыуынса, таңғыра борон тауышты алыҫ араға тапшырыу өсөн хеҙмәт иткән. Шулай төрлө ауылдарҙа йәшәүселәр бер-береһенә ҙур ваҡиғалар, мәҫәлән, үҙҙәрендә туй үтеүе хаҡында хәбәр иткән.

Ижади йәштәр өсөн уҙғарылған был фестиваль ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә булдырылған “Мәҙәниәт” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға өлөш индерә. Билдәле булыуынса, ул “Мәҙәни мөхит”, “Ижад кешеләре”, “Һанлы мәҙәниәт” федераль проекттарынан тора.

Фото: zen.yandex.ru, Мәҙәниәт министрлығы сайты.

Яңылыҡ сығанағы: «Башҡортостан»

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас: