Мораҙым
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
19 Июль 2021, 08:00

Балаларҙы "Йәйләү" көтә!

21 июлдә республикала Башҡортостан тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса «Йәйләү» профилле онлайн-сменаһы старт ала.

Балаларҙы "Йәйләү" көтә!
Балаларҙы "Йәйләү" көтә!

21 июлдә республикала Башҡортостан тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса «Йәйләү» профилле онлайн-сменаһы старт ала.

Балалар менән онлайн тәртиптә осрашыуға билдәле кешеләр, милли эстрада йондоҙҙары, шул иҫәптән халыҡ ансамблдәре солистары, илдең виртуоз ҡумыҙсылары йыйына. “Йәйләү”ҙең иң әүҙем ҡатнашыусыларына приздар, бүләктәр ҡаралған.

Уҡыусыларҙа башҡорттарҙың мәҙәни мираҫына, рухи ҡиммәттәренә ҡыҙыҡһыныуҙы, һөйөүҙе арттырыу маҡсатында педагогтар һәм ойоштороусылар тарафынан онлайн-дәрестәр, онлайн-оҫталыҡ кластары әҙерләнгән. Балалар милли музыка ҡоралдарында уйнарға, башҡорт бейеүҙәрен башҡарырға, халҡыбыҙ кейемдәре элементтарын эшләргә, милли ризыҡтарыбыҙҙы әҙерләргә өйрәнәсәк.

Республикала “Йәйләү” йәйге профилле сменаны үткәреү йәһәтенән ҙур эш тәжрибәһе тупланған. Ул Мәрйәм Бураҡаеваның авторлыҡ программаһы буйынса балаларҙың ялын һәм уларҙы һауыҡтырыуҙы ойоштороу учреждениеларында үткәрелә. Былтырҙан алып, коронавирусҡа бәйле насар эпидемиологик хәл сәбәпле,”Йәйләү” онлайн тәртиптә үткәрелә. Сменаны үткәреүҙең яңы форматы унда республиканан ғына түгел, ә сит төбәк һәм илдәрҙән, шул иҫәптән Германия, АҠШ, Төркиә, Бельгия, Италия, Канада, Израилдән ҡатнашыу мөмкинлеген асты. Аудиторияла былтыр 2800-ҙән ашыу уҡыусы булды. Интернетта урынлаштырылған видеодәрестәрҙе алты меңгә тиклем кеше ҡараны.

Йәйләү” профилле лагерын ойоштороу ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Мәғариф” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға ҙур өлөш индерә. Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы балаларҙы быйылғы онлайн-сменала ла әүҙем ҡатнашырға саҡыра. Бар мәғлүмәттәрҙе ведомствоның сайтынан һәм “Йәйләү”ҙең “Бәйләнештә”ге төркөмөнән табырға була.

Фото: “Йәйләү”ҙең “Бәйләнештә”ге төркөмө.

Яңылыҡ сығанағы: «Башҡортостан»

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;

#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Балаларҙы "Йәйләү" көтә!
Балаларҙы "Йәйләү" көтә!
Автор:
Читайте нас: