Мораҙым
+6 °С
Облачно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
24 Апреля 2021, 03:00

ПАВЛОВКАҒА ЕЛДЕРЕП КЕНӘ БАРЫП ЕТЕРБЕҘ

Иглин районында Өфө – Иглин – Ҡыҙылъяр – Павловка трассаһы участкаһында ремонт башланды. Дүрт саҡрым оҙонлоҡтағы юл өлөшөндә эштәр “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә башҡарыла. #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Добавить в предпочтительные источники Google
Иглин районында Өфө – Иглин – Ҡыҙылъяр – Павловка трассаһы участкаһында ремонт башланды. Дүрт саҡрым оҙонлоҡтағы юл өлөшөндә эштәр “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.
Төҙөкләндереү эштәрен сентябрҙә тамамларға йыйыналар. Был маҡсатҡа 40 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән, тип билдәләй БР Транспорт хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Милли проект буйынса ремонт эштәре шулай уҡ Благовещен, Шишмә райондары юлдарында ла башланған.
Башҡортостан буйынса “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә дөйөм оҙонлоғо 300 саҡрымдан ашыу тәшкил иткән 237 төп объектта эштәр башҡарыу ҡаралған.
Фото – БР Транспорт хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Яңылыҡ сығанағы: «Башҡортостан ҡыҙы»
Читайте нас