Өфөлә гимнастика буйынса балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә. Бинаның дөйөм майҙаны һигеҙ мең квадрат метр тәшкил итәсәк.
Объектты төҙөү 793 миллион һумға барып баҫа, уның 500 миллионын федераль ҡаҙна бүлә.
Дәүләт заказсыһы булып Башҡортостандың капиталь төҙөлөш идаралығы тора, генераль подрядсы – “Дортрансстрой” ойошмаһы.
Бинаның тышҡы диуарҙары күтәрелгән. Әле елләтелгән алғы йөҙө, ҡыйығы ҡуйыла. Йылытыу, елләтеү, электр селтәре системаларында ла эштәр бара. Төҙөлөш эштәрен йыл аҙағына тамамларға йыйыналар.
Проект буйынса яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексында тренировка, гимнастика, хореография залдары, һикереү соҡоро, ҡунаҡхана, администрация корпусы ҡаралған.
Спорт объекты “Демография” милли проектының “Спорт – тормош рәүеше” федераль проекты сиктәрендә һалына.
Фото – БР төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты.