“Әле китап фондын, матди-техник базаны яңыртыу өсөн һатып алыу эштәре алып барыла. Китапханабыҙ китап һаҡлағыстан һәм уҡыу залынан презентациялар өсөн арт-холға, эш, аралашыу һәм белем алыу өсөн коворкинг-зонаға әүерелә торған махсус урынға әйләнә”, – тип белдерә район мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре.