Рентгенэноваскуляр бүлектең рентген хирургияһы операция бүлмәһе яңы заманса ангиограф комплексы менән йыһазландырылған. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса ҡайтарылған комплекс юғары технологиялы операциялар яһау мөмкинлеге бирә. Ҡан тамырҙары, йөрәк сиренә юлығыусыларға махсус медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн булдырылған был операция бүлмәһе Сибайҙа ғына түгел, Урал аръяғында берҙән-бер медицина үҙәге булып тора.