Skolkovo стартап мәктәбенең көҙгө-ҡышҡы миҙгеле буйынса һөҙөмтәләр иғлан ителде. Сколково белгестәре фекеренсә, Башҡортостан егеттәре Айрат Ғәлләмов һәм Рауил Заһировтың AWBISS (АБИСС) стартапы Рәсәйҙең өс иң яҡшы проектына инә.
Был миҙгелдә Skolkovo стартап мәктәбендә 20-нән ашыу технологик эшҡыуар ҡатнашты, уларҙың 12-һе финалға үтте. Онлайн-программа ай буйына дауам итте һәм мәғлүмәт технологиялары, яһалма интеллект, VR, сәнәғәт технологиялары, EdTech һәм биомедицинаға бағышланды.