Әлеге мәлдә Башҡортостандың барлыҡ район-ҡалаларында, шул иҫәптән беҙҙең районда – райондың һәр ауыл биләмәһендә “Йәшел Башҡортостан” һәм “Бөтә донъя таҙалыҡ көнө” акциялары бара. Әйткәндәй, республика Башлығы Радий Хәбиров ҡарары менән был саралар “Йәшел Рәсәй” Бөтә Рәсәй экологик өмә сиктәрендә уҙа.
Тирә-яҡты төҙөкләндереү, ағастарҙы ултыртыу сараларында теләге булған һәр кем - мәктәп уҡыусылары, студенттар, ирекмәндәр, хеҙмәт коллективтары, власть органдары вәкилдәре, ауыл халҡы һ.б. ҡатнаша.
Райондағы акцияларҙа 483 кеше ҡатнаша (һәр майҙансыҡта - иң күбендә 25 кеше).
Бөгөн ултыртылған 3240 ағас үҫентеһенең йәнә бер нисә йылдан шаулап торған урманға әйләнгәнен дә күрергә насип булыр, Алла бирһә. Әйткәндәй, үҫентеләрҙең иң күп өлөшө Хоҙайбирҙин ауылы янында ултыртыла. Был майҙансыҡта ауыл халҡынан тыш, район хакимиәте вәкилдәре лә эшләй. “Таҙалыҡ көнө” акцияһы барышында барлығы 33 м³ ҡалдыҡтар, сүп-сар йыйылған.