Мораҙым
+18 °С
Облачно
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
31 Июля 2020, 05:00

Башҡортостандың ике ауылында ФАПтар төҙөлөшө тамам

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү” федераль проекты сараларын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Йәрмәкәй районының Богородский һәм Борай районының Ҡудаш ауылдарында капиталь фельдшер-акушерлыҡ пункттарын төҙөп бөтөргәндәр.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Добавить в предпочтительные источники Google
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү” федераль проекты сараларын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Йәрмәкәй районының Богородский һәм Борай районының Ҡудаш ауылдарында капиталь фельдшер-акушерлыҡ пункттарын төҙөп бөтөргәндәр.
Богородский ауылындағы яңы ФАП бинаһында дүрт кабинет: көтөү залы, пациенттарҙы ҡабул итеү, процедуралар һәм гинекология бүлмәләре бар. 64 квадрат метрлы бинаны ете ай эсендә төҙөгәндәр. Заманса йыһаз менән йыһазландырылған яңы ФАП өс ауыл халҡын хеҙмәтләндерәсәк.
Бөтәһе был проект сиктәрендә 2019 йылда Башҡортостан Республикаһы буйынса 13 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә башлағайны. Был маҡсатҡа 2019-2020 йылдарҙа республика бюджетынан 72,6 млн һум аҡса бүленгән.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://health.bashkortostan.ru/presscenter
Читайте нас