Приборҙы өлгөләрҙең киң һайлауы айырып тора: ҡан, капилляр ҡаны, перитонеаль диализ, арҡа мейеһе, синовиаль, плевраль һәм асцит шыйыҡсалары. Юғары етештереүсәнле һәм параметрҙарҙың киң спектры булған заманса гематологик анализатор экспресс-лабораторияның клиник-диагностик эше сифатын арттырырға ярҙам итәсәк, - тип билдәләйҙәр БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының мәғлүмәт хеҙмәтендә.