Мораҙым
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
25 Ноябрь 2021, 14:40

Пирамидалар янында – башҡорт бейеүе!

 Эшҡыуарлыҡ өлкәһендә уңышлы эшләп йөрөгән Эльвира Мырҙабулатова - иң әүҙем ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе. Ул ирекмән булараҡ кешеләргә, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға ла ярҙам итә. район кимәлендә үткән “Эшсе ҡатын-ҡыҙ” район конкурсында ике йыл рәттән ҡатнашып, еңеү яуланы. Быйыл ул беренсе тапҡыр федераль кимәлдә ойошторолған “Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе” форумында (быға итклем республдика кимәлендә уҙҙы) ҡатнашып, республикабыҙҙың төрлө өлкәләрҙә уңышҡа өлгәшкән гүзәл заттары, бөтә Рәсәйҙән билдәле ҡатын-ҡыҙҙары менән аралашып, тәжрибә уртаҡлашып ҡайтты. Ошо көндәрҙә Эльвира ғаиләһе менән Египетта ял итеп ҡайтҡан. Рухлы ҡыҙ ҡыҙы менән берлектә ҡыш көнө Занзибарҙа ял иткән ваҡытта унда йәшәүселәргә башҡорт халыҡ бейеүен бейеп күрһәткәйне. Әле Египетта ял итеүселәр алдында – пирамидалар фонында ла уларҙың бейеүенә хайран ҡалыусылар байтаҡ булған. Афарин, Эльвира!

Пирамидалар янында – башҡорт бейеүе!
Пирамидалар янында – башҡорт бейеүе!

 Эшҡыуарлыҡ өлкәһендә уңышлы эшләп йөрөгән Эльвира Мырҙабулатова - иң әүҙем ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе. Ул ирекмән булараҡ кешеләргә, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға ла ярҙам итә. район кимәлендә үткән “Эшсе ҡатын-ҡыҙ” район конкурсында ике йыл рәттән ҡатнашып, еңеү яуланы. Быйыл ул беренсе тапҡыр федераль кимәлдә ойошторолған “Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе” форумында (быға итклем республдика кимәлендә уҙҙы) ҡатнашып, республикабыҙҙың төрлө өлкәләрҙә уңышҡа өлгәшкән гүзәл заттары, бөтә Рәсәйҙән билдәле ҡатын-ҡыҙҙары менән аралашып, тәжрибә уртаҡлашып ҡайтты.

Ошо көндәрҙә Эльвира ғаиләһе менән Египетта ял итеп ҡайтҡан. Рухлы ҡыҙ ҡыҙы менән берлектә ҡыш көнө Занзибарҙа ял иткән ваҡытта унда йәшәүселәргә башҡорт халыҡ бейеүен бейеп күрһәткәйне. Әле Египетта ял итеүселәр алдында – пирамидалар фонында ла уларҙың бейеүенә хайран ҡалыусылар байтаҡ булған. Афарин, Эльвира!

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: