Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
10 Ноябрь 2021, 16:10

Тынғыһыҙлыҡ уның ҡанында...

Ағым ыңғайына ғына йөҙгән, үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнаған кеше түгел ул – Айгөл апай Искәндәрова. Өфө ҡалаһында йәшәһә лә, тыуған яғы, яҡташтары яҙмышына битараф түгел. Пандемияға тиклем Сәйетҡол, Яҡшембәт ауылдарында үткән сараларҙа әүҙем ҡатнашты, уларҙы ойоштороуға үҙ өлөшөн индерҙе, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар”, “Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға”, кеүек сараларға сценарий яҙыуҙы ла үҙ өҫтөнә алды. Ғүмерҙәрен балаларға белем биреүгә арнаған Миңлегөл һәм Сәлих Искәндәровтарҙың татыу ғаиләһендә, 1- се Түкәт ауылында донъяға килгән Айгөл апай. Ата-әсәһе Сәйетҡол мәктәбенә эшкә күскәс, 1-10-сы кластарҙа бында белем ала. 1988 йылда атаһын күрше Ново-Покровка мәктәбенә директор итеп тәғәйенләгәс, ғаилә Яҡшембәт ауылына күсеп китә. Бына шуға ла Айгөл апай 1- се Түкәттә лә, Сәйетҡолда ла, Яҡшембәттә лә үҙ кеше. Дауамы - сайтта.

Тынғыһыҙлыҡ уның ҡанында...
Тынғыһыҙлыҡ уның ҡанында...

Йыр-моңға әүәҫ ҡыҙ әсәһенең бер туған ҡустыһы – композитор Дамир Әҙелбаев кеүек сәнғәт, мәҙәниәт юлынан да китә алыр ине. Әммә уның күңеле ата-әсәһе кеүек уҡытыусылыҡ эшенә тартыла. Стәрлетамаҡ педагогия институтының башланғыс кластар факультетын тамамлағас, 6 йыл Мәләүездә уҡытыусы булып эшләй. Һуңынан баш ҡалаға күсә. Бына инде 23 йыл урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡыта.
Аҙнаһына 1 дәрес - 40 минут эсендә сит милләт балаларын башҡорт теленә өйрәтеү еңел эш түгел, әлбиттә!  Шуға ла ижади ҡарашлы педагог уларҙың күңелендә башҡорт теленә һөйөү, ихтирам уятыу өсөн төрлө алымдарҙы ҡуллана.

- Төрлө милләттән булған уҡыусыларға телгә ҡарата һөйөүҙе йыр-моң аша һалыу айырыуса отошло.  
Башланғыс, урта кластарҙа “Тамыр” студияһы йырҙарын йырлаһаҡ, өлкәнерәктәре менән Радик Юлъяҡшин, Вәсилә Фәттәхова, Рөстәм Ғиззәтуллин, Йәмил Баймырҙин кеүек заманса башҡарыусыларҙың йырҙарын өйрәнәбеҙ, - ти тәжрибәле уҡытыусы.  

Әйткәндәй, Айгөл апай уҡыусыларында башҡорт әҙәбиәтенә лә һөйөү тәрбиәләй. Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма мине, әсәй!”,  Мәжит Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр”, Әмир Әминевтың “Ҡытай город”, Таңсулпан  Ғарипованың “Бөйрәкәй”романының русса варианттарын уҡыта. Авторҙар менән осрашыуҙар, конференциялар уҙғара, үҙенең уҡыусыларын класс менән спектаклдәргә алып бара.  

 Әүҙем йәмәғәтсе тип атарға булыр ине Айгөл Сәлих ҡыҙын. Өфөләге Ағинәйҙәр ҡоро, ҡатын ҡыҙҙар ойошмалары уҙғарған сараларҙан ситтә ҡалмай, үҙенең “Тулған ай” исемле төркөмө лә бар.

 Әйткәндәй, вацапта Сирбай, Түкәт, Тирмән, Яҡшембәт, Сәйетҡол ауылдары халҡы өсөн төркөмдәр төҙөгән кеше лә ул.  
“Туғандарҙы, ауылдаштарҙы аралаштырыу, тыуған көндәре, байрамдар менән ҡотлап, ҡайғылары менән уртаҡлашып, туғанлыҡ , дуҫлыҡ ептәрен нығытыу - минең маҡсатым”, - ти Айгөл апай.

Айгөл Сәлих ҡыҙы ғаиләһенән дә уңған. Тормош иптәше – 27 йыл милицияла эшләп, өс тапҡыр “За бевые заслуги” миҙалына лайыҡ булған Мәсетле егете Илшат Хашим улы менән татыу ғүмер кисерәләр. Ҡыҙы Илүзә иһә әсәһенең көҙгөһө тиергә була - шундай уҡ тынғыһыҙ, әүҙем. Ул үҙ көсө менән матурлыҡ салоны асып, 6 йыл инде шул өлкәлә эшләй.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: