Мораҙым
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
14 Октябрь 2021, 16:45

Һәр кемдең үҙ туҡһаны туҡһан...

- Уф, бынау баландың тәмлелеге! Шул тиклем татлы, һутлы, ашап туйғыһыҙ! Хеҙмәттәшемдең әйткәненә ышанып, ул һуҙған уттай янған баланды ауыҙыма ҡабам да, емештең әсеһенә түҙмәй, ауыҙымдан алып, сүп һауытына ырғытам.  ...Һәм уйға ҡалам. Тормошта ла шулай бит: кемгәлер аҡ күренгән нәмә икенсе берәүгә ҡара булып күренә, татлы нәмә әсе булып тойола. Һәр кем тормошто, ундағы хәл-ваҡиғаларҙы тик үҙенсә күрә, үҙенсә ҡабул итә. Тимәк, кешене үҙгәртергә тырышырға,үҙеңдең “дөрөҫлөгөңдө” кешегә көсләп тағырға ярамай! Халҡыбыҙ әйтмешләй, һәр кемдең үҙ туҡһаны туҡһан. Әммә шуны һәр ваҡыт иҫтә тотоу мотлаҡ – кем генә булыуыңа ҡарамаҫтан, борон-борондан килгән әҙәп-әхлаҡ ҡыҫаларынан сығырға ярамай!

Һәр кемдең үҙ туҡһаны туҡһан...
Һәр кемдең үҙ туҡһаны туҡһан...

- Уф, бынау баландың тәмлелеге! Шул тиклем татлы, һутлы, ашап туйғыһыҙ!

Хеҙмәттәшемдең әйткәненә ышанып, ул һуҙған уттай янған баланды ауыҙыма ҡабам да, емештең әсеһенә түҙмәй, ауыҙымдан алып, сүп һауытына ырғытам.

 ...Һәм уйға ҡалам. Тормошта ла шулай бит: кемгәлер аҡ күренгән нәмә икенсе берәүгә ҡара булып күренә, татлы нәмә әсе булып тойола. Һәр кем тормошто, ундағы хәл-ваҡиғаларҙы тик үҙенсә күрә, үҙенсә ҡабул итә. Тимәк, кешене үҙгәртергә тырышырға,үҙеңдең “дөрөҫлөгөңдө” кешегә көсләп тағырға ярамай! Халҡыбыҙ әйтмешләй, һәр кемдең үҙ туҡһаны туҡһан. Әммә шуны һәр ваҡыт иҫтә тотоу мотлаҡ – кем генә булыуыңа ҡарамаҫтан, борон-борондан килгән әҙәп-әхлаҡ ҡыҫаларынан сығырға ярамай!

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: