Мораҙым
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
26 Сентябрь 2021, 17:18

Һыуытҡыста — милли биҙәктәр: Өфө оҫтаһы үҙенсәлекле магниттар эшләй

Ринат Йоносов үҙенсәлекле сувенирҙар эшләй. Үҙенең магниттарында оҫта Өфөнөң һәм республиканың иҫтәлекле урындарын һынландыра. Рәссамдың илһам сығанағы — милли мотивтар, шулай уҡ башҡорт риүәйәттәре һәм легендалары. Сувенирҙар эшләү менән ул 10 йыл самаһы элек шөғөлләнә башлаған. Оҫта Мәскәүҙә аяҡ кейеме дизайнерына уҡып сыҡҡан. Шунда рәссам-миниатюристар менән танышып киткән, улар Ринатҡа өҫтәмә һөнәрҙе үҙләштерергә ярҙам иткән. 

Һыуытҡыста — милли биҙәктәр: Өфө оҫтаһы үҙенсәлекле магниттар эшләй
Һыуытҡыста — милли биҙәктәр: Өфө оҫтаһы үҙенсәлекле магниттар эшләй

1987 йылда уҡыуын тамамлаған Ринат Мәскәүҙә эшләгән, аҙаҡ Өфөгә күсенгән. 2010 йылға тиклем оҫта һөнәре буйынса эшләп йөрөһә лә, 2000 йылдар башында уҡ сувенирҙар әҙерләү менән мауыҡҡан.

Оҫтаның эштәре араһында үҙенсәлекле әйберҙәр күп. Әйтәйек, магнит-тирмә. Был сувенирға тауыш датчигы ҡуйылған. Ҡул сапҡанда эсендә лампочка яна. Ут һүнһен өсөн тирмәгә өрөргә генә кәрәк. Өфө оҫтаһының магниттары коллекционерҙарҙа, шул иҫәптән сит илдәрҙә бик популяр. Улар түҙемле генә үҙ сәғәтен көтә. Оҫта үҙенең эштәрен социаль селтәргә һала.

«Черниковка өсөн магнит — ике һигеҙ ҡатлы йорт эшләргә теләгәйнем, эскизда ул бар, ә ысынында әлегә юҡ», — тип ниәттәре менән уртаҡлаша Ринат.

Хәҙер Ринат яңы материалдарҙы һәм технологияларҙы ҡуллана башларға уйлай.

Һыуытҡыста — милли биҙәктәр: Өфө оҫтаһы үҙенсәлекле магниттар эшләй
Һыуытҡыста — милли биҙәктәр: Өфө оҫтаһы үҙенсәлекле магниттар эшләй
Автор:Башинформ
Читайте нас: