Мораҙым
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
11 Сентябрь 2021, 20:40

Көҙгө көнгә йәм өҫтәп...

Был аҙна аҙағы республика, шул иҫәптән беҙҙең район халҡы өсөн мәҙәни сараларға бай булды: кисә “Милли кейемдәр көнө”билдәләнһә, бөгөн күптәр “Мәҙәни шәмбе” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Район үҙәгендәге З.Биишева исемендәге ял паркында уҙған “Мәҙәни шәмбе”гә ярайһы уҡ күп кеше йыйылды. Балалар ижады үҙәге, район инвалидтар ойошмаһы, Мораҡ башҡорт гимназияһы, Күгәрсен тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, район китапханаһы һәм айырым оҫталар ҡуйған күргәҙмәләр барыһында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбенең “Арт-терапияһы” ла күптәрҙең күңеленә хуш килде.  

Көҙгө көнгә йәм өҫтәп...
Көҙгө көнгә йәм өҫтәп...

Аҙаҡтан иһә район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре барыһын да “Йәшлек ритмы” ретро-дискотекаһына саҡырҙы.  

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: