Ҡара этап буйлап үткән милләт тарихы
Кисә Ейәнсура район үҙәк китапханаһында яҙыусы Сабит Фазлыевтың “Ҡара этап” романы буйынса әҙәби конференция үтте. “Тарих яҙыр инем ташына” республика марафоны сиктәрендә ойошторолған сарала “Ағиҙел” журналынан яҙыусылар Мөнир Ҡунафин, Әхмәр Үтәбай, шағирә, журналист Гөлнара Хәлфетдиновалар менән бергә миңә ла ҡатнашырға насип булды. Район китапханаһы директоры Әминә Таһир ҡыҙы Әбсәләмованы ла осратыуыма шат булдым. Бер уҡыу йортонда белем алдыҡ, беҙ беренсе курста уҡырға барғанда ул бишенселә ине, беҙҙе студент тормошона өйрәтеүсе, йүнәлеш биреүселәрҙән булғайны ул да.
Сабит Фазлыев Ейәнсура районы Үтәғол ауылында йәшәй. Оҙаҡ йылдар уҡытыусы була, әлеге көндә - ауыл хакимиәте башлығы. Ул әҙәбиәт һөйөүселәргә республика матбуғатында баҫылған хикәйәләре һәм «Ҡара этап» романы яҡшы таныш. Әйткәндәй, уны күптәр Яныбай Хамматов менән сағыштыра. Сөнки ул да, “Бөртөкләп йыйыла алтын”дың авторы һымаҡ, әҙәбиәткә күләмле әҫәр – роман менән килеп инде.
“Ҡара этап” романы – илебеҙ тарихындағы бик ҡатмарлы осор – репрессия йылдарын һүрәтләй. Үткәндәргә байҡау яһаһаҡ, әсе сыбыртҡы осо ҡағылмаған ғаилә ҡалмағандыр. “Кулак тоҡомо” тип һөргөнгә һөрөлгәндәр бер Сабит ағайҙың яҡындары ғына түгел. Минең ҡарт ҡартатайым Авзалетдин Исхаков та нахаҡҡа яла яғылып, ун йылға “Ухтижемлаг”ҡа һөрөлә, уның бер туған ҡустыһы Сәлихйән олатай ҙа һөргөнгә ебәрелә. Авзал ҡартатайыбыҙ ваҡыты еткәс, тыуған яғына – Хәйбулла районы Иҫәнгилде ауылына әйләнеп ҡайтһа, Сәлихйән олатайға нисәлер йылға бер генә тыуған яғына ҡайтырға рөхсәт була. Тыуған яғында балалары, ҡатыны ҡала.
Сабит Фазлыев әҫәрен әсәһенең хәтирәләренә таянып яҙған, Уны уҡығандар “күҙ йәштәрһеҙ уҡып булмай” тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
- Образдар, һүрәтләүҙәр шул тиклем көслө итеп бирелгән, хатта романды уҡығанда шул ерҙә үҙең йөрөгән, шул ауырлыҡтарҙы үҙең күргән һымаҡ итеп кисерәһең. Мәҫәлән, һөргөнгә ҡыуылып китеп барыусыларҙың туҡтаған йәшел үләнле ерҙең ҡап-ҡара булып ятып ҡалыуы... Милләтебеҙҙең әсе яҙмышы һүрәтләнеүе менән ул һәр беребеҙҙең күңеленә үтеп ингәндер. Сабит Фазлыев - беҙҙең “Карамзин” тип әйтә алабыҙ, - тине Ейәнсура зыялылары.
Был китап, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн һатыуҙа юҡ. Шулай ҙа “Ағиҙел”дә эҙләп табып уҡырға була. Әлеге көндә романды Рәсәй кимәленә сығарыу маҡсаты менән рус теленә тәржемә итеү бара.