Барыһын да һуңға ҡалдырабыҙ,
Гүйә мәңгелеккә килгәнбеҙ.
Өлгөрөрбөҙ, тибеҙ, осрашырға,
Өлгөрөрбөҙ, тибеҙ, күрергә,
Бала саҡта үткән яландарҙан
Өлгөрөрбөҙ, тибеҙ, ваҡыт булыр,
Затлы кейемдәрҙе кейергә.
Алда әле, тибеҙ, ваҡыт килер
Ваҡыт уҙғас, иҫебеҙгә килгәс,
Сәс йолҡорҙай булып үкенәбеҙ
Бер нигә лә ваҡыт ҡалмағас...