Мораҙым
+12 °С
Ясно
МӘҘӘНИӘТ
4 Сентября 2019, 15:19

Йырҙары менән бәхетле

Йырҙары менән бәхетле… Быйыл Башҡортостандың халыҡ артисы Ғүмәр Әбделмәновтың тыуыуына 90 йыл тула. Йыр-моң һөйөүселәр билдәле йырсы башҡарыуындағы «Имәндәр шаулай», «Һағыныу», «Төнгө серенада», «Көҙгө елдәр», «Сәскәләр уяныр», «Йылмай бер генә», «Өфө уттары» һәм башта йырҙарын әле булһа яратып тыңлай.

Добавить в предпочтительные источники Google
Быйыл декабрь айында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ғүмәр Әбделмәновҡа 90 йәш тула. Йыр-моң һөйөүселәр билдәле йырсы башҡарыуында «Имәндәр шаулай», «Һағыныу», «Төнгө серенада», «Көҙгө елдәр», «Сәскәләр уяныр», «Йылмай бер генә», «Өфө уттары» һәм башҡа йырҙарын әле булһа яратып тыңлай.

Ғүмәр Мөғәлләм улы 1929 йылдың 15 декабрендә Шишмә районының Суҡраҡлы ауылында тыуған. Музыка-сәнғәт училищеһын тамамлағас, Ауырғазы районының татар халыҡ театрында эшләй. Башҡортостан радиокомитетында, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-мәғрифәт училищеһында эшләй. Егерме йыл буйы Башҡортостандың композиторҙар берлегендә хеҙмәт юлы үтә. Уның башҡорт йыр сәнғәтен үҫтереүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ, уның башҡарыуындағы йырҙар радио һәм республика телевидениеһының "Алтын фондында" һаҡлана.

Легендар йырсы тураһында интернет киңлектәренән мәғлүмәт эҙләп маташһаҡ та, бушҡа булып сыҡты. Хәйер, буш тип тә әйтеп булмайҙыр: Ғүмәр Мөғәлләм улының ниндәй генә йырҙары юҡ унда! Хатта пластинка яҙмаларының да күсереп һалғандар. Уның йырҙары бөгөн дә радиола, телевидениела яңғырап тора, оло быуын ғына түгел, урта быуын да, йәштәр ҙә яратып тыңлай.

Бына шул мәғлүмәттәр эҙләп, Ғүмәр олатайҙың ауылдашы, Дурас ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәнил Мөнир улы Замановҡа бәйләнешкә сыҡтыҡ ( әйткәндәй, йырсы олатайҙың үҙе менән дә һөйләшергә форсат бар ине, әммә оло кешене телефон аша йонсотмаҫ өсөн, насип булып, юл төшһә, Алла бирһә, барып танышырға тип ниәтләп ҡуйҙыҡ).

- Һуғыштан һуңғы ауыр йылдар була. Хәкимә тигән апай микән, Суҡраҡлынан өс кешене уҡырға ебәрә. Ғәфүр, Хәмитулла һәм Ғүмәр ағайҙар була улар. Ғүмәр ағай музыка училищеһын тамамлай, Ғәфүр менән Хәмитулла ағайҙар, юҡлыҡ, етешһеҙлек арҡаһындамы, уҡыуҙарын дауам итә алмайҙар. Ә бик данлыҡлы йырсы булырҙар ине улар ҙа. Әбделмәнов ағай төрлө урындарҙа, филармонияла ла эшләй. Һуңғы эшләгән урыны Башҡортостандың композиторҙар Союзы була, шунан хаҡлы ялға китә. Унан һуң инде ул йырға ҡарағанда йәмәғәт эштәрен өҫтөн күреп, шул тәңгәлдә эшләне. Ғүмәр ағай, туҡһанға етһә лә, Аллаға шөкөр, һаулыҡ яғынан арыу ғына. Өфө ҡалаһында торалар, Фәүзиә апай менән ике бала (улдары һәм ҡыҙҙары бар) үҫтерҙеләр. Көн дә тышҡа сығып, саф һауала йөрөп, әбей-бабай булып йәшәп ятҡан була, һорашып, белешеп торабыҙ. Юбилей, тыуған көн кеүек даталарға әллә ни иҫе китеп барған кеше түгел Ғүмәр ағай. 85 йәшен дә районда матурлап, ҙурлап үткәрергә тәҡдим иткәйнек, ризалашманы. Ә 70, 80 йәшлек юбилейҙарын былай үҙебеҙҙә Дураста ғына ойошторҙоҡ.
Иҫән булһаҡ, быйыл декабрҙә 90 йәшен билдәләрбеҙ әле тип ниәтләгәнбеҙ. Йәш быуынға күрһәтеп, йәштәрҙе уның менән таныштырып ҡуйырға ине. Уның һымаҡ йырлаған йырсылар шул бер быуын ғына булғандыр. Иҫәндәренән хәҙер Абдулла ағай Солтанов, Рамаҙан Йәнбәковтар ғына ҡалды, шикелле.
Ғүмәр ағай тәбиғәте менән бик баҫалҡы кеше. Башҡа ҡайһы бер билдәле шәхестәр һымаҡ юҡтан ғына үҙен танытып йөрөргә яратманы, дан артынан да ҡыуманы, әле лә шулай. Бәлки, шуғалыр ҙа уның тормошо, уның ижады, эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәттәр бик әҙ. Хәйер, ваҡытында гәзит-журнал биттәрендә уның хаҡында матур йөкмәткеле мәҡәләләр донъя күрҙе.
Йәш сағында, матур сағында йырлап, сәхнәләрҙе гөрләтеп, үлемһеҙ йырҙар ҡалдырған, йыр сәнғәтенең “Алтын фонды”на ингән моңло ла, мәғәнәле лә йырҙары бихисап. Улар –мәңгелек. Бер көнлөк йырҙар, бер көнлөк йырсылар заманында ошондай оло, арҙаҡлы, талантлы, моңло, легендар шәхестәребеҙҙе, ысынлап та, күтәрергә, өлгө итеп күрһәтергә кәрәктер, - ти Фәнил Мөнир улы.
Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.
Читайте нас