Мораҙым
0 °С
Облачно
МӘҒАРИФ
5 Октября 2021, 13:31

Грантҡа лайыҡ булдылар

Уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү, һөнәри эшмәкәрлектәге юғары күрһәткестәрҙе дәртләндереү һәм йәш уҡытыусыларҙы дәүләт тарафынан яҡлау маҡсатында беҙҙең республикала 2012 йылдың 1 ғинуарынан йәш уҡытыусыларға Башҡортостан Республикаһы гранты тапшырыла.  Эш башлаған талантлы педагогтарға дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә йүнәлтелгән дәртләндереү сараһын алыусылар исемлеген Уҡытыусылар көнө алдынан беҙҙең район педагогтары ла тулылыландырҙы. Башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Руфина Азаматова, Побоище мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Марина Максимова, Воскресенск мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Екатерина Хондошко, Волостновка мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәсимә Яппароваға сертификаттарҙы район етәксеһе Ғайса Янбаев тапшырҙы.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Грантҡа лайыҡ булдыларГрантҡа лайыҡ булдылар
Грантҡа лайыҡ булдылар

Уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү, һөнәри эшмәкәрлектәге юғары күрһәткестәрҙе дәртләндереү һәм йәш уҡытыусыларҙы дәүләт тарафынан яҡлау маҡсатында беҙҙең республикала 2012 йылдың 1 ғинуарынан йәш уҡытыусыларға Башҡортостан Республикаһы гранты тапшырыла.

 Эш башлаған талантлы педагогтарға дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә йүнәлтелгән дәртләндереү сараһын алыусылар исемлеген Уҡытыусылар көнө алдынан беҙҙең район педагогтары ла тулылыландырҙы. Башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Руфина Азаматова, Побоище мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Марина Максимова, Воскресенск мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Екатерина Хондошко, Волостновка мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәсимә Яппароваға сертификаттарҙы район етәксеһе Ғайса Янбаев тапшырҙы.  

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас