Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
15 Сентябрь , 15:44

Яҡшы уҡыр өсөн барлыҡ шарттар бар

 Быйыл Теләүембәт урта мәктәбендә тәбиғи-ғәмәли һәм технологик йүнәлештәге "Үҫеш нөктәһе" үҙәге эшләй башланы. Бөгөн уны тантаналы асыу сараһы булды.  "Үҫеш нөктәһе" үҙәгендә "Химия", "Биология", "Физика" кеүек фәндәрҙе төптән өйрәнеү менән бер рәттән, уҡыусылар араһында робот техникаһы, проектлау, һанлы белем биреү буйынса ла эш алып барыласаҡ. Һәр уҡыусыға ижади эшләү өсөн шарттар булдырылған. Бөтә кабинеттарҙа заманса ремонт үткәрелгән. Уҡыусылар ҙур, яҡты, матур бүлмәләрҙә шөғөлләнәсәк. "Үҫеш нөктәһе"нең маҡсаты – белем һәм тәрбиә биреүҙең яңы алымдарын ғәмәлгә индереү, уҡыусылар һанлы, тәбиғи, техник, гуманитар йүнәлештәрҙәге төп һәм өҫтәмә дөйөм белем биреү программаларын үҙләштерһен өсөн заманса технологиялар менән тәьмин итеү, уҡытыу алымдарын камиллаштырыу.

Яҡшы уҡыр өсөн барлыҡ шарттар бар

 Быйыл Теләүембәт урта мәктәбендә тәбиғи-ғәмәли һәм технологик йүнәлештәге "Үҫеш нөктәһе" үҙәге эшләй башланы. Бөгөн уны тантаналы асыу сараһы булды.

 "Үҫеш нөктәһе" үҙәгендә "Химия", "Биология", "Физика" кеүек фәндәрҙе төптән өйрәнеү менән бер рәттән, уҡыусылар араһында робот техникаһы, проектлау, һанлы белем биреү буйынса ла эш алып барыласаҡ. Һәр уҡыусыға ижади эшләү өсөн шарттар булдырылған. Бөтә кабинеттарҙа заманса ремонт үткәрелгән. Уҡыусылар ҙур, яҡты, матур бүлмәләрҙә шөғөлләнәсәк.
"Үҫеш нөктәһе"нең маҡсаты – белем һәм тәрбиә биреүҙең яңы алымдарын ғәмәлгә индереү, уҡыусылар һанлы, тәбиғи, техник, гуманитар йүнәлештәрҙәге төп һәм өҫтәмә дөйөм белем биреү программаларын үҙләштерһен өсөн заманса технологиялар менән тәьмин итеү, уҡытыу алымдарын камиллаштырыу.

Автор:Розалия Искужина