Мораҙым
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
30 Август 2021, 14:38

Республиканың мәғариф министры мәктәптәрҙә Белем көнөнөң нисек ойошторолоуы хаҡында һөйләне

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин республикала Белем көнөнөң нисек ойошторолоуы хаҡында һөйләне. Айырым кластар һәм параллелдәр өсөн тантаналы линейкалар асыҡ һауала уҙғарыла, ата-әсәләргә битлек кейеү мотлаҡ.

Республиканың мәғариф министры мәктәптәрҙә Белем көнөнөң нисек ойошторолоуы хаҡында һөйләне
Республиканың мәғариф министры мәктәптәрҙә Белем көнөнөң нисек ойошторолоуы хаҡында һөйләне

Уҡыусылар ағымын бүлеү өсөн инеү урындары төрлө төҫлө маркировка менән билдәләнә. Балаларҙы уҡытыу өсөн кабинет системаһы һаҡлана. Һауа рециркуляторҙары ҡуйыла, тәнәфестә кабинеттар елләтелә.

Педагогтарҙың битлек режимы һаҡлана, ләкин дәрес ваҡытында уҡытыусы битлеген сисергә мөмкин. Бөгөнгә педагогтарҙың 70 процентҡа яҡыны вакцинация үткән.

Мәктәптәрҙә 500-ҙән ашыу медицина инспекторҙары эшләй.

Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына мәктәп директорҙары менән кәңәшмәләр үткәрергә һәм пандемия осоронда мәктәптәрҙә эште нисек ойоштороу тураһында һөйләшергә ҡушты.

Һаулығы менән проблемалар булған балалар өсөн өйҙән уҡыу режимы ғәмәлдә. Ата-әсәләр белем биреү учреждениеһына ғариза яҙа, бала барлыҡ девайстар менән тәьмин ителә һәм башҡаларҙыҡы кеүек режим буйынса уҡый.

Фото: Күгәрсен мәғлүмәт үҙәге архивынан. 

Автор:
Читайте нас: