Мораҙым
+21 °С
Облачно
МӘҒАРИФ
15 Декабря 2020, 11:43

Башҡорт теле аҙналығы

Район мәктәптәрендә Башҡорт теле көнө уңайынан төрлө саралар үтә. Мораҡ 1-се урта мәктәбе лә был иҫтәлекле көндән ситтә ҡалмай, белем биреү учреждениеһында 7-14 декабрь башҡорт теле аҙналығы тип иғлан ителә. Мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлкәй Аллабирҙина әйтеүенсә, аҙналыҡ дипломат, дәүләт эшмәкәре К.А.Хәкимовтың тыуыуына 130 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән викторина һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһау менән башланып китә, унда 8-се класс уҡыусыһы Денис Сыңғыҙов (етәксеһе А.М.Бикбаева) һәм 5-се класс уҡыусыһы Ильмир Бикбаев призер булып танылалар (етәксеһе З.Ф.Илмөхәмәтова). Аҙналыҡта уҡыусылар ғына түгел, уҡытыусылар ҙа Башҡорт теле йылына арналған шиғыр һөйләү бәйгеһендә үҙҙәрен һынап ҡарайҙар. Кинйәбаева Вәхиҙә Хәлил ҡыҙы “Һирәк башҡарылған әҫәр өсөн” номинацияһында еңеүсе булып таныла. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевҡа һәм Башҡорт теле көнөнә арналған «Бикбай уҡыуҙары» төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһында “Башҡорт балаһы мин…” темаһына эссе конкурсы буйынса 9-сы класс уҡыусыһы Алина Һөйәрғолова 3-сө урынға лайыҡ була (етәксеһе Г.Р.Аллабирҙина). Башҡорт халҡының атаҡлы мәғрифәтсе шағиры Мифтахетдин Аҡмулланың һәм билдәле башҡорт шағирҙарының шиғырҙарын яттан һөйләү конкурсын да уҡыусылар дәррәү күтәреп ала. Улар араһында айырыуса Ринат Вәлитов (4-се “б” класы) , Арина Йәрмөхәмәтова (4-се “г” класы, етәксеһе З.Г.Заһирова), Ләйсән Кинйәбаева (3-сө “в” класы), Динар Һөйәрғолов (3-сө “в” класы, етәксеһе В.Х.Кинйәбаева) юғары башҡарыу оҫталығы менән айырылып торалар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Район мәктәптәрендә Башҡорт теле көнө уңайынан төрлө саралар үтә. Мораҡ 1-се урта мәктәбе лә был иҫтәлекле көндән ситтә ҡалмай, белем биреү учреждениеһында 7-14 декабрь башҡорт теле аҙналығы тип иғлан ителә. Мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлкәй Аллабирҙина әйтеүенсә, аҙналыҡ дипломат, дәүләт эшмәкәре К.А.Хәкимовтың тыуыуына 130 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән викторина һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһау менән башланып китә, унда 8-се класс уҡыусыһы Денис Сыңғыҙов (етәксеһе А.М.Бикбаева) һәм 5-се класс уҡыусыһы Ильмир Бикбаев призер булып танылалар (етәксеһе З.Ф.Илмөхәмәтова).
Аҙналыҡта уҡыусылар ғына түгел, уҡытыусылар ҙа Башҡорт теле йылына арналған шиғыр һөйләү бәйгеһендә үҙҙәрен һынап ҡарайҙар. Кинйәбаева Вәхиҙә Хәлил ҡыҙы “Һирәк башҡарылған әҫәр өсөн” номинацияһында еңеүсе булып таныла.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевҡа һәм Башҡорт теле көнөнә арналған «Бикбай уҡыуҙары» төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһында “Башҡорт балаһы мин…” темаһына эссе конкурсы буйынса 9-сы класс уҡыусыһы Алина Һөйәрғолова 3-сө урынға лайыҡ була (етәксеһе Г.Р.Аллабирҙина).
Башҡорт халҡының атаҡлы мәғрифәтсе шағиры Мифтахетдин Аҡмулланың һәм билдәле башҡорт шағирҙарының шиғырҙарын яттан һөйләү конкурсын да уҡыусылар дәррәү күтәреп ала. Улар араһында айырыуса Ринат Вәлитов (4-се “б” класы) , Арина Йәрмөхәмәтова (4-се “г” класы, етәксеһе З.Г.Заһирова), Ләйсән Кинйәбаева (3-сө “в” класы), Динар Һөйәрғолов (3-сө “в” класы, етәксеһе В.Х.Кинйәбаева) юғары башҡарыу оҫталығы менән айырылып торалар.
Читайте нас