"Тәүәкән мәктәбен "Алтын миҙал"ға тамамлаған Регина Насырова йыр-моңға ла һәләтле ҡыҙ. Ауылда һәм районда үткән бөтә мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Моңло йырлай, матур бейей. Мәҙәниәт йортондағы “Күнйәп” ансамбленең иң әүҙем ағзаһы. Шулай уҡ төрлө олимпидаларҙа, район конкурстарында призер булды. 2018 йылда Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм район мәғариф бүлеге ойошторған “Биишева уҡыуҙары”нда 3-сө урын яулап, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды. 2019 йылда Башҡорт дәүләт университеты үткәргән иншалар конкусында яҡташыбыҙ Мортаза Рәхимов тураһындағы эшен тәҡдим итеп 1-се урынға лайыҡ булды. Быйыл инде Өфөләге М.Кәрим исемендәге гимназияла үткән республика фәнни-ғәмәли коференцияһында Тәүәкән ауылының ауыҙ-тел ижадына – “тәрритләүҙәргә” арналған эше менән еңеүсе булды", - тип яҙа беҙгә Тәүәкән мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбәите уҡытыусыһы Гөлназ Сәлихова. Ошо көндәрҙә тағы бер яңылыҡ ишетеп ҡыуандыҡ- Регина имтихан һөҙөмтәләре буйынса үҙе теләгән уҡыу йорто студенты булды. Регина студент йылдарында ла һынатмаҫ, алдынғылар рәтендә булыр тип ышанабыҙ.