Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
1 Август 2021, 12:51

Стәрлетамаҡта 260 һәм 90 урынлыҡ яңы балалар баҡсаһы асыласаҡ

Мәғариф учреждениелары “Демография” милли проектына ярашлы төҙөлә. Төҙөлөш министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 260 урынлыҡ балалар баҡсаһында 12 төркөм, 90 урынлыҡ балалар баҡсаһында- дүрт төркөм эшләйәсәк.

Стәрлетамаҡта 260 һәм 90 урынлыҡ яңы балалар баҡсаһы асыласаҡ
Стәрлетамаҡта 260 һәм 90 урынлыҡ яңы балалар баҡсаһы асыласаҡ

Балалар баҡсаларында кескәйҙәр өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған. Яҡты,сағыу төҫтәр менән биҙәлгән төркөмдәр, йоҡо, йыуыныу, кейем алмаштырыу бүлмәләре һәр береһе өсөн ысын әкиәт донъяһы кеүек. 

260 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы Стәрлетамаҡта иң ҙуры буласаҡ. Уның майҙаны 4 мең квадрат метр тәшкил итә. Ике учреждение өсөн дәүләт ҡаҙнаһынан 277 миллион һум аҡса бүленгән. 

Яңылыҡ сығанағы: «Ашҡаҙар»

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;

#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Автор:
Читайте нас: