Мораҙым
+6 °С
Облачно
ИҠТИСАД
28 Июля 2021, 07:20

Ҡарбуз-ҡауын ашап ҡалайыҡ!

Ҡарбуз менән ҡауынды яратмаған кеше юҡтыр ул! Әлеге мәлдә ул өҫтәлебеҙҙә йыш урын ала. Үҙе тәмле, үҙе файҙалы, һутлы емештәрҙе һатып алғанда тбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ. – Ҡарбузды, ҡауынды баҙарҙан (бигерәк тә ерҙә яткандарын), юл ситтәренән алырға тырышмағыҙ, ундағы емештәр тейешле шарттарҙа һаҡланмай. Шундай ерҙән алһағыҙ, тышын матурлап һабынлап йыуығыҙ. – Сауҙа нөктәләренән алһағыҙ ҙа, бөтөндө  һайлағыҙ. Емеш ҡырҡылған, сатнаған осраҡта, уға бактериялар эләккән булырға мөмкин. – Ҡарбуздың ҡабығы ялтырап торорға, сатнаған урындары булмаҫҡа тейеш. – Тышын шаҡып ҡарағанда, ул яңғырап торорға тейеш, тауыш тоноҡ булып сыҡһа, ундай ҡарбузды алмағыҙ, сөнки уның өлгөрмәгән, йә боҙола башлаған булыуы мөмкин. – Емеште ҡыҫып ҡарағанда сатнау тауышы сыҡһа, яҡшы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡарбуз-ҡауын ашап ҡалайыҡ!Ҡарбуз-ҡауын ашап ҡалайыҡ!
Ҡарбуз-ҡауын ашап ҡалайыҡ!

Ҡарбуз менән ҡауынды яратмаған кеше юҡтыр ул! Әлеге мәлдә ул өҫтәлебеҙҙә йыш урын ала. Үҙе тәмле, үҙе файҙалы, һутлы емештәрҙе һатып алғанда тбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ.

– Ҡарбузды, ҡауынды баҙарҙан (бигерәк тә ерҙә яткандарын), юл ситтәренән алырға тырышмағыҙ, ундағы емештәр тейешле шарттарҙа һаҡланмай. Шундай ерҙән алһағыҙ, тышын матурлап һабынлап йыуығыҙ.

– Сауҙа нөктәләренән алһағыҙ ҙа, бөтөндө  һайлағыҙ. Емеш ҡырҡылған, сатнаған осраҡта, уға бактериялар эләккән булырға мөмкин.

– Ҡарбуздың ҡабығы ялтырап торорға, сатнаған урындары булмаҫҡа тейеш.

– Тышын шаҡып ҡарағанда, ул яңғырап торорға тейеш, тауыш тоноҡ булып сыҡһа, ундай ҡарбузды алмағыҙ, сөнки уның өлгөрмәгән, йә боҙола башлаған булыуы мөмкин.

– Емеште ҡыҫып ҡарағанда сатнау тауышы сыҡһа, яҡшы.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас