Мораҙым
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
19 Июль 2021, 08:00

Дүртөйлө дауаханаһында – “Диаком” аппараты

Дүртөйлө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, үҙәк район дауаханаһында медицина ҡорамалдары яңыртыу уңышлы алып барыла.

Мәҫәлән, хирургия корпусына күптән түгел заманса һанлы “Диаком” рентген комплексы ҡуйылды. Ҡорамалдың хаҡы – 11 миллион һумдан ашыу.

Яңы техника иҫкеһе менән сағыштырғанда байтаҡҡа өҫтөн. Ул хәүефһеҙ, нур баҫымы түбән һәм тикшереү һөҙөмтәләрен анализлау өсөн заманса программа менән тәьмин ителгән.

“Аппарат юғары сифатлы диагностика үткәреү мөмкинлеген бирә. Ентеклерәк өйрәнеү өсөн электрон һаҡланған снимокты ҙурайтырға була. Был табип өсөн бик уңайлы. Шул уҡ ваҡытта лаборантҡа пленкаларҙы сығарырға, киптерергә кәрәкмәй. Ваҡыт экономиялана. Һөҙөмтәлә сирҙе алдан уҡ асыҡлап, дауалауҙы башларға мөмкин”, – тине Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһының баш табибы Айҙар Хаматов.

Фото: durtuli.bashkortostan.ru/presscenter/news/381574/

Яңылыҡ сығанағы: «Башҡортостан»

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;

#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Автор:
Читайте нас: