Мораҙым
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
18 Июль 2021, 08:00

"Полиэф"та ҡояш электр станцияһы төҙөлә

Проект ҡеүәте – 4,9 МВт тирәһе, ҡояш панелдәренең дөйөм майҙаны – һигеҙ гектар. Был эшкә сирек миллиард һумдан күберәк аҡса бүленә.

"Полиэф"та ҡояш электр станцияһы төҙөлә
"Полиэф"та ҡояш электр станцияһы төҙөлә

Проект ҡеүәте – 4,9 МВт тирәһе, ҡояш панелдәренең дөйөм майҙаны – һигеҙ гектар. Был эшкә сирек миллиард һумдан күберәк аҡса бүленә.

“СИБУР” ойошмаһы “Полиэф”та ҡояш электр станцияһы төҙөй башланы. Был проект “йәшел” электроэнергия миҡдарын арттырып, етештереүҙең углерод эҙҙәрен кәметеүгә булышлыҡ итәсәк. Яңылыҡты республика Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Электр станцияһының проект ҡеүәте – 4,9 МВт тирәһе, ҡояш панелдәренең дөйөм майҙаны – һигеҙ гектар. Был эшкә сирек миллиард һумдан күберәк аҡса бүленә. Ҡояш электр станцияһын төҙөп бөтөп, предприятиеның энергия менән тәьмин ителеү сылбырына ҡушыу эшен 2022 йылдың ғинуарында тамамларға уйлайҙар.

Апрелдә “Полиэф”та икенсел сеймалы булған “йәшел” ПЭТ-гранулалар сығарыу проекты башланғайны. Был проект нефть химияһы өлкәһендәге лидер булараҡ СИБУР өсөн генә түгел, ә тотош Башҡортостан өсөн мөһим. Етештереү майҙансығын киләһе йылдың тәүге яртыһында эшләтеп ебәреү планлаштырыла.

Башҡортостан предприятиеларында тәбиғәтте һаҡлауға ҡоролған технологияларҙы ҡулланыуға индереү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә булдырылған “Экология” милли проектындағы һөҙөмтәләргә өлгәшеүгә ярҙам итәсәк.  

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;

#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Автор:
Читайте нас: