Мораҙым
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
18 Июль 2021, 14:10

Башҡортостанда аномаль эҫелек арҡаһында уңыш йыйыу ғәҙәттәгенән иртәрәк башланған

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика баҫыуҙарында уңыш йыйыу эштәренең башланыуын иғлан итте. Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, көндәрҙең аномаль эҫе тороуы сәбәпле, уңыш йыйыу ғәҙәттәгенән ике аҙнаға алдараҡ башланды. «Ужым культуралары өлгөргән дә инде, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Эйе, быйыл мул уңыш көтмәйбеҙ. Ҡояш ҡыҙҙырҙы, ямғыр яуманы  – быларҙың барыһы ла аграрийҙар файҙаһына булманы. Башҡортостандың күпселек райондары ҡоролоҡтан зыян күрҙе. 26 муниципалитетта ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан иттек. Әммә тәүге 30 мең тонна ашлыҡ – бурала». Республика етәксеһе әйткәнсә, әлеге ваҡытта уртаса уңыш – гектарынан 15,3 центнер. Ямғыр яуған төбәктәрҙә күрһәткес юғарыраҡ – 28 центнер. Кисә «Башинформ» республикала ужым ашлығының уңышы бер ярым тапҡырға кәмеүен хәбәр иткәйне. «Урып-йыйыу кампанияһы йомғаҡтары буйынса аграрийҙар республиканы иген менән тәьмин итер тип ышанам. Иң мөһиме – климаттың беҙҙең агросәнәғәт комплексына тәьҫирен нисек кәметергә мөмкинлеген күҙ алдына килтерәбеҙ», — тине Радий Хәбиров.

Башҡортостанда аномаль эҫелек арҡаһында уңыш йыйыу ғәҙәттәгенән иртәрәк башланған
Башҡортостанда аномаль эҫелек арҡаһында уңыш йыйыу ғәҙәттәгенән иртәрәк башланған

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика баҫыуҙарында уңыш йыйыу эштәренең башланыуын иғлан итте. Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, көндәрҙең аномаль эҫе тороуы сәбәпле, уңыш йыйыу ғәҙәттәгенән ике аҙнаға алдараҡ башланды.

«Ужым культуралары өлгөргән дә инде, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Эйе, быйыл мул уңыш көтмәйбеҙ. Ҡояш ҡыҙҙырҙы, ямғыр яуманы  – быларҙың барыһы ла аграрийҙар файҙаһына булманы. Башҡортостандың күпселек райондары ҡоролоҡтан зыян күрҙе. 26 муниципалитетта ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан иттек. Әммә тәүге 30 мең тонна ашлыҡ – бурала».

Республика етәксеһе әйткәнсә, әлеге ваҡытта уртаса уңыш – гектарынан 15,3 центнер. Ямғыр яуған төбәктәрҙә күрһәткес юғарыраҡ – 28 центнер.

Кисә «Башинформ» республикала ужым ашлығының уңышы бер ярым тапҡырға кәмеүен хәбәр иткәйне.

«Урып-йыйыу кампанияһы йомғаҡтары буйынса аграрийҙар республиканы иген менән тәьмин итер тип ышанам. Иң мөһиме – климаттың беҙҙең агросәнәғәт комплексына тәьҫирен нисек кәметергә мөмкинлеген күҙ алдына килтерәбеҙ», — тине Радий Хәбиров.

Автор:
Читайте нас: