Мораҙым
+9 °С
Ясно
ИҠТИСАД
1 Марта 2021, 05:05

Былтырҙан башлап Рәсәй почтаһы автотранспорт паркының 35 проценты яңыртылды

Яңы автомобиль асҡыстары республиканың тағы 23 почта бүлегенә тапшырылды.«LADA Largus», «ГАЗель», «Соболь» маркалы техника корреспонденция, ваҡытлы матбуғат, пенсия һәм пособиелар, көндәлек кәрәк-яраҡ тауарҙар тейәп, төбәктең төрлө райондарына юлланасаҡ. Автомобилдәрҙең байтағы курьер хеҙмәтендә лә эшләйәсәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яңы автомобиль асҡыстары республиканың тағы 23 почта бүлегенә тапшырылды.
«LADA Largus», «ГАЗель», «Соболь» маркалы техника корреспонденция, ваҡытлы матбуғат, пенсия һәм пособиелар, көндәлек кәрәк-яраҡ тауарҙар тейәп, төбәктең төрлө райондарына юлланасаҡ. Автомобилдәрҙең байтағы курьер хеҙмәтендә лә эшләйәсәк.
Былтыр Рәсәй Почтаһының был йүнәлеше Башҡортостанда 200 меңдән ашыу экспресс-заказ буйынса ярҙам күрһәткән. Һуңғы өс йылда бындай заказдарҙың күләме 1,5 тапҡыр арта. Ҡеүәтле «ГАЗель», «Соболь» машиналары иҫке «УАЗ»-дарҙы алмаштырасаҡ. Республиканың почта селтәре элемтә бүлексәләре иҫәбе буйынса Рәсәйҙә иң күләмлеһе һанала. Бында 9,5 мең кеше эшләй.
Әлфинә Килдейәрова.
Читайте нас