«Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте техник йыһазландырыу эштәрен тамамлағандан һуң, Благовар районындағы “Языково” линия сәнәғәт-диспетчер станцияһында 5 мең кубометр нефть һыйҙырышлы нефть резервуарын яңынан файҙаландырыуға тапшырҙы.
Техник үҙгәртеп ҡороу барышында һыйым диуары өлөшләтә алмаштырылған – дөйөм ауырлығы 46,3 тонна булған металл конструкциялар урынлаштырылған. Нефть һаҡлағыстағы металл конструкцияларының дөйөм ауырлығы 120 тонна тәшкил итә, бейеклеге 15 метр самаһы, диаметры – 21 метрҙан ашыу. Алмаштырылған металл конструкцияларҙың эске һәм тышҡы йөҙөнөң 3,2 мең метрға еткән майҙаны коррозияға ҡаршы мәтдә менән эшкәртелгән. Резервуарҙан бороп ебәреү үҙәгенә тиклем участкала технологик торба үткәргестәр тулыһынса алмаштырылған.
РРРезервуарҙың обвалованиеһы – бейеклеге 2, киңлеге өҫтә -0,5 , нигеҙендә 3,5 метр булған һаҡлағыс ҡоролма ла ремонтланған. Тағы ла нығыраҡ булһын өсөн уның диуарҙары ваҡ таш (щебень) тултырылған георәшәткәләр менән нығытылған.
Әлеге ваҡытта “Языково” станцияһының резервуар паркында йәнә бер ошондай 5 мең кубометр сеймал һыйҙырышлы вертикаль ҡорос нефть һаҡлағысты реконструкциялау эштәре дауам итә.
Был эштәр техник йыһазлауҙы яңыртыу һәм реконструкциялау программаһы сиктәрендә башҡарылған. Маҡсат – торба үткәргес инфраструктура объекттарының ышаныслы һәм хәүефһеҙ эшләүен тәьмин итеү.