Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
14 Октябрь 2021, 14:28

Бөгөн -сәк-сәк көнө

Бөгөн, белгегеҙ килһә, сәк-сәк көнө билдәләнә икән. Ҡунаҡсыллыҡ символы булып торған был тәм-томдо башҡорттар ҙа, татарҙар ҙа, ҡаҙаҡтар ҙа, үзбәктәр ҙә, хатта төрөктәр, ҡырғыҙҙар һәм башҡа төрки халыҡтар үҙҙәренеке тип иҫәпләй.  Сәк-сәк бешереүҙең төрлө ысулы бар. Замана хужабикәләре иһә сәк-сәк, бауырһаҡ бешереүҙе үҙҙәренсә замналаштырып та ебәрә. Шулай ҙа күптәр классик рецептҡа өҫтөнлөк бирә. Һеҙҙең иғтибарға яҡташыбыҙ, "Тамыр" балалар телеканалы мөхәррире Гөлназ Ишемғолованан һыналған ысул тәҡдим итәбеҙ.

Бөгөн -сәк-сәк көнө
Бөгөн -сәк-сәк көнө

Гөлназ ИШЕМҒОЛОВА:

- Бауырһаҡты,сәк-сәкте әнейем тәмле итеп бешерә. Үҙем дә ваҡыт булғанда бешерергә яратам. Башта 5 йомортҡаны (һыуытҡыстан алдан алып ҡуйырға кәрәк, йылына торһон өсөн) оҙак ҡына итеп туғырға кәрәк.Матур булып күпереп сыҡҡансы. Был иң мөһиме! Шунан семтем тоҙ һибергә лә, он өҫтәп, ҡамыр баҫырға (әгәр теләһәгеҙ балғалаҡ осонда сода ла һалып ебәрергә була, ике төрлө итеп бешергәнем бар, тегеләй ҙә,былай ҙа оҡшай). Ҡамыр йомшаҡ ҡына булырға тейеш. Аҙаҡ ҡамырҙы йәйеп, үҙегеҙ теләгән оҙонлоҡта ҡырҡып, майлы суйында бешерергә генә ҡалды! Һәр партияны бешереп алғас, суйынды алдан әҙерләп ҡуйған һалҡын һыулы тимер табаҡҡа ултыртып, аҙыраҡ майҙы һыуытып алыр кәрәк. Шулайтҡанда ғына бауырһаҡтар ярылмай бешә. Мин үҙем ҙур бауырһаҡтарҙы яратам, шулай тәмлерәк һымаҡ. Теләйһегеҙ икән, нәҙек итеп ҡырҡып бешерегеҙ.
Ә сиропты әнейем былай эшләй: бер стакан шәкәргә ярты стакан һыу һалып шәкәр ирегәнсе ҡайната, шунан ҡайнап ултырған сиропҡа ярты стакан бал һала ла, биш минуттан һүндерә. Аҙаҡ, ошо сиропты бауырһаҡ өҫтөнә ҡойоп бутай ҙа, матур итеп өйөп ҡуя.

Шулай итеп, төркөмдәштәр, яҡындарыбыҙҙы бөгөн тәмле бауырһаҡ, сәк-сәк менән һыйлайыҡ әле!

 

Бөгөн -сәк-сәк көнө
Бөгөн -сәк-сәк көнө
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: