Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
11 Сентябрь 2021, 21:07

Ҡайнатма менән бәлеш

Сәй табыны өсөн еңел генә әҙерләнә торған тәмле бәлеш рецебы менән бүлешмәксебеҙ.

Ҡайнатма менән бәлеш
Ҡайнатма менән бәлеш

200 грамм аҡ майҙы талғын ғына утта иретәбеҙ ҙә, уға 2 йомортҡа, 1 стакан шәкәр, бер ҡап ванилин (5 гр.) һалып яҡшылап туҡыйбыҙ. Әҙ-әҙләп кенә 3 стакан он һалып ҡаты булмаған ҡамыр баҫабыҙ. Уны ике өлөшкә бүлеп, береһен 30 минутҡа туңдырғысҡа һалабыҙ.
Икенсе өлөшөн майланған табаға йәйеп һалғас (ҡул менән тигеҙләп һалырға ла була), өҫтөнә ҡуйы ҡайнатма йә повидло һылайбыҙ. Ҡайнатма шыйыҡ булһа бер аҙ крахмал йәки манный ярмаһы һалып бутарға була.

Бәлеш өҫтөнә туңдырғыстағы ҡамырҙы ҡырғыс аша үткәреп һалғас 20 минут тирәһе духовкала бешереп алырға.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Автор:
Читайте нас: