Кәрәк: өс йомортҡа, бер стакан шәкәр, бер-ике ҡалаҡ майонез, бер ҡап аҡ май, 2 стакан он, бер ҡалаҡ ҡабартҡыс (разрыхлитель).
Тәүҙә өс йомортҡаны бер стакан шәкәр менән туғыйбыҙ, аҙаҡ башҡа ингредиенттары һалып йәнә барыһын бергә тағы ла бер тапҡыр бутайбыҙ. Ҡуйы, тәмле генә ҡамыр килеп сыға. Әгәр теләгегеҙ булһа, ҡамырға какао өҫтәп ебәрергә мөмкин. Формаға һалып, 40 минутҡа духовкаға оҙатабыҙ! Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!