Мораҙым
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Июль 2020, 16:19

Мин был ерҙе матурларға тыуҙым!

Матурлыҡ донъяны ҡотҡара тип, бик хаҡ әйткән бөйөк Достоевский. Әммә матурлыҡты тыуҙырыу кеше ҡулында бит әле, яратҡан шағирыбыҙ Ә. Атнабаев яҙғанса, был ерҙе матурларға тыуһа икән дә һәр кеше! Донъяны матурлап йәшәргә керһеҙ күңелле, ялҡынлы рухлы, юғары мәҙәниәтле, камиллыҡҡа һәм тирә-яҡ менән тулы гармонияла йәшәүгә ынтылышлы йәндәр генә һәләтле, минеңсә. Яҙмабыҙ геройы - Бикбулат ауылы һылыуы Венера Кинйәбаева тап бына шундайҙарҙан.

Матурлыҡ донъяны ҡотҡара тип, бик хаҡ әйткән бөйөк Достоевский. Әммә матурлыҡты тыуҙырыу кеше ҡулында бит әле, яратҡан шағирыбыҙ Ә. Атнабаев яҙғанса, был ерҙе матурларға тыуһа икән дә һәр кеше! Донъяны матурлап йәшәргә керһеҙ күңелле, ялҡынлы рухлы, юғары мәҙәниәтле, камиллыҡҡа һәм тирә-яҡ менән тулы гармонияла йәшәүгә ынтылышлы йәндәр генә һәләтле, минеңсә.
Яҙмабыҙ геройы - Бикбулат ауылы һылыуы Венера Кинйәбаева тап бына шундайҙарҙан.
Мөләйемлеге менән арбаусы күп яҡлы талант эйәһе даими үҫеш юлында. Башҡортостан дәүләт аграр университетының баҡса-парк төҙөлөшө һәм ландшафт архитектураһы факультетында белем алған йылдарында спорт менән мауығып, физик яҡтан сыныға. Өс йыл дауамында Таиланд, Камбоджа, Лаос, Бирма, Вьетнам, Малайзия, Индонезия кеүек экзотик илдәргә сәйәхәт ҡылыу уға даирәһен киңәйтергә, ижади һәләтен үҫтерергә мөмкинлек бирә. Бали утрауында уға үҙ һөнәре буйынса эшләп, отель территорияһындағы быуаны төҙөкләндереү, йәшелләндереүгә тос өлөш индереп, һөнәри тәжрибә туплау бәхете тейә. Һинд океанында серфингҡа өйрәнә, йога менән мауыға. Ғөмүмән, спорт, һәр саҡ хәрәкәттә булып тормошона яңы буяуҙар, төҫтәр индереү һәм үҙ ҡулдары, белеме, фантазияһы менән матурлыҡ тыуҙырып, тирә-йүндәгеләргә яҡшы кәйеф бүләк итеү – Венераның йәшәү рәүеше.
Күптән түгел хәстәрлекле ҡыҙ ғүмер баҡый баҡсасылыҡ менән мауыҡҡан әсәһенең дә теләк-хыялдарын иҫәпкә алып, фермерлыҡ йүнәлешен, еләк үҫтереү һәм үрсетеү технологияһын ныҡлап өйрәнеп, шәхси эшҡыуар булырға тәүәккәлләне. Үҙенсәлекле проекты менән конкурстан үтмәһә лә, һис күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәне, быйыл дүрт сутый ерҙән мул уңыш алып ҡыуанып, киләсәккә тағы ла юғарыраҡ маҡсаттар билдәләне. Һөйөклө ата-әсәһе (30 йылдан ашыу бергә татыу ғүмер кисергән Лариса менән Усман Кинйәбаевтар), туғандары уны хуплап, һәр яҡлап уға терәк-таяныс булып торғанда, теләгенә ирешеренә һис шик юҡ.
Еләк мәле ҡыҫҡа ғына. Тыуып-үҫкән ауылындағы мөғжизәгә тиң йәшеллек батшалығын ышаныслы ҡулдарға тапшырып ҡалдырып, баш ҡаланың төҙөлөш ойошмаһында яуаплы эш башҡарыусы Венера әлеге мәлдә, ландшафт архитектураһы белгесе һәм инженер булараҡ, Ағиҙел йылғаһының яр буйын йәшелләндереү, үҫентеләрҙе хәстәрләү өлкәһендә ҡайнап, Өфө территорияһын матурлауға тос өлөш индерә.
Әкиәттәге ҡояш ҡыҙын хәтерләткән ерән сәсле ҡыҙҙа әле күпме дәрт ташҡыны, киләсәккә бағлаған өмөт-хыялдар!.. Тормошто, кешелекте ихлас яратып, ысын мәғәнәһендә был донъяны матурларға тыуған Венераның артабан да юлдары уң, изге эштәре ырамлы булһын!
Романтик рухлы, тәүәккәл, оптимистик ҡарашлы гүзәл зат тураһында тулыраҡ мәғлүмәт баҫмабыҙҙың 55-се һанында донъя күрҙе.
Читайте нас: