Мораҙым
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ҺАЙЛАУ
19 Сентябрь 2021, 10:07

Башҡортостан киләсәге өсөн

ч Һайлауҙарҙа күҙәтеүселәрҙең роле ҙур. Хәҙер өс көн дауамында улар тауыш биреү процесын ситтән тороп күҙәтә, йәғни контроль аҫтында тота. Комиссия эшен телефонға, видеоға төшөрөп социаль селтәрҙәргә һалыу хоҡуғына ла эйә улар. - Беҙҙең бурыс – һайлауҙарҙың үҙебеҙҙең участкала ғәҙел һәм тыныс үтеүе, - ти иңдәренә яуаплы бурыс алған Ибраһим (Өмөтбай) ауылы әүҙемдәре Әлфиә Арыҫланова менән Фәниә Нарбикова.

Башҡортостан киләсәге өсөн
Башҡортостан киләсәге өсөн

“Башҡортостан киләсәге, республика тотороҡлоғо, ил тыныслығы өсөн үҙебеҙ ҙә тауыш бирәбеҙ”, - тиеүсе ауыл уңғандарын өмөтбайҙар ҙа хөрмәт итә. Тимәк, күҙәтеүселәрҙең һаҡта тороуы халыҡтың ғәҙеллеккә ышанып, әүҙем тауыш бирергә килеүенә йоғонто яһамай ҡалмай.

 Ибраһим ауылы клубында урынлашҡан 2444-се участка һайлау комиссияһы рәйесе Гөлсинә Уразбаева әйтеүенсә, был участкала бөтәһе 124 һайлаусы булһа, уларҙың өстән бер өлөшө беренсе көндө үк килеп тауыш биргән. Күбеһе был эште өсөнсө көнгә ҡалдырған.

- Күҙәтеүселәрҙең булыуы, әлбиттә, беҙгә лә яуаплылыҡ өҫтәй. Икенсе яҡтан, күмәк булғас, эш күңеллерәк бара, - ти Гөлсинә Хәләф ҡыҙы.

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: