Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҺАЙЛАУ
18 Сентябрь 2021, 18:34

Республика премьер-министры үҙенең участкаһында тауыш бирҙе

Башҡортостан премьер-министры Андрей Назаров гражданлыҡ бурысын үтәне һәм халыҡ һайланыусыларын үҙҙәренең һайлау алды программаһын үтәргә онотмаҫҡа саҡырҙы.

Республика премьер-министры үҙенең участкаһында тауыш бирҙе
Республика премьер-министры үҙенең участкаһында тауыш бирҙе

«Бөгөн барып тауыш бирҙем һәм барлыҡ кандидаттарға бына нимә тип әйтергә теләйем. Иң мөһиме — халыҡҡа биргән вәғәҙәләрегеҙҙе онотмағыҙ. Хәҙер еңеү яуламағандар, ҡайғырмағыҙ, был юлы еңмәһәгеҙ, киләһендә еңерһегеҙ. Әле интернетта уҡыным, XX быуаттың бөйөк сәйәсмәндәре араһында бер кампанияла булһа ла еңелмәгәндәрҙе табыу мөмкин түгел. Рузвельт, Черчилль, Аденауэр, Тэтчер, Рейган — һәммәһенең дә еңелгән мәлдәре булған. Ләкин улар барыбер маҡсаттарына ирешкән һәм идеяларын тормошҡа ашырған», — тине Башҡортостан хөкүмәте етәксеһе.

Фото: Хөкүмәттең матбуғат хеҙмәте

Автор:Башинформ
Читайте нас: